Обычный вид

Яңылыҡтар

17.12.2018 14:13:00

Төбәктә сүп-сар сығарған өсөн түләү хаҡы кәметелде

2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йәшәүселәрҙең яңы коммуналь хеҙмәт – сүп-сар сығарған өсөн түләү хаҡы күп фатирлы йортта бер кешегә 57-нән 81 һумға, ә шәхси йортта йәшәгән бер кешегә 58-ҙән 81 һумға тиклем тәшкил итә. Ошо хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев белдерҙе.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу системаһы булмаған ауылдарҙа уны ҡапсыҡтарҙа сығарыу күҙаллана. Яңы йылдың икенсе кварталынан республиканың һәр тораҡ пунктында яҡында ғына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылырға тейеш. Ауылдарҙа сүп-сарҙы даими түгеүҙе ойошторғанға тиклем түләүҙәр халыҡ һәм төбәк операторҙары араһындағы махсус килешеүҙәр менән көйләнә.

Ауылда йәшәүселәргә 2019 йылдың беренсе кварталында түләү 35 һумдан артмай. Артабан ул квартал һайын төбәк операторы эшмәкәрлеге зонаһында билдәләнгән дәүмәлгә тиклем етергә тейеш, тип белдерҙе Михаил Киреев.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала ошо хеҙмәт өсөн һан – 70 һумдан, ә ауылда йәшәүселәр өсөн 35-тән артмаҫҡа тейеш.

«Хаҡтарҙы артабан арттырыуға килгәндә, төбәк операторҙарының нисек эшләүенә ҡарарбыҙ. Шулай уҡ хәҙер халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламы өсөн яҡлау сараларын ҡарау бик мөһим», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Унан тыш, Радий Хәбиров яңы йылдан яңы түләү системаһына күсеүгә бәйле квитанцияларҙа буталсыҡ, икеләтә түләү — быға тиклем сүп-сар сығарған өсөн дөйөм йорт сығымдары сиктәрендә һәм яңы коммуналь хеҙмәт өсөн сумма булмаһын өсөн быны күҙәтеп барырға ҡушты.

Республика етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына 2019 йылдың аҙағына тиклем һәр тораҡ пунктта контейнерҙар ҡуйырға һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу тураһында уйларға ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter