Обычный вид

Яңылыҡтар

18.12.2018 13:26:00

Радий Хәбиров үҙенең эш девизын атаны: «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!»

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы депутаттарына һәм республика халҡына Мөрәжәғәтнамәһендә үҙенең эш девизын атаны:

«Күршеләребеҙ һәм дуҫтарыбыҙ дөрөҫ әйтә: «Беҙ булдырабыҙ». Ә мин барлыҡ йыйылыусыларға: «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!», тип әйтергә теләйем.

«Кемгә тәржемә кәрәк, аңлатып үтәм: бөгөн беҙ башҡаларҙан яҡшыраҡ эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙе уҙып киткән төбәктәрҙе йәшәү кимәле буйынса ҡыуып етергә теләйбеҙ икән, икенсе юл юҡ. Шул саҡта илдә алдынғы урындарға кире ҡайтырбыҙ. Был һүҙҙәр девизыбыҙ булырға тейеш», – тип асыҡланы төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла былай тине: «Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе провинциалдар итеп тоймайыҡ! Үҙебеҙҙе хөрмәт итәйек, республикабыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ менән ғорурланайыҡ!».

Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы йыйылыусыларға күренекле яҡташтарыбыҙҙы – мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен, сәйәсмәндәрҙе, ғалимдарҙы, спортсыларҙы иҫкә төшөрҙө. Республика етәксеһе үҙенең Мөрәжәғәтнамәһен «Алға, Башҡортостан!» тигән һүҙҙәр менән тамамланы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter