Обычный вид

Яңылыҡтар

26.11.2018 13:41:00

Радий Хәбиров әсәләре юл фажиғәһендә һәләк булған балаларға ярҙам күрһәтергә ҡушты

Уҙған дүшәмбе, 19 ноябрҙә, Ҡариҙел районында Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы трассаһының 73-сө саҡрымындағы юл-транспорт ваҡиғаһында алты кешенең, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ошо хаҡта белдерҙе.

«Һәләк булған ҡатындың 5 йәшлек улы менән 11 йәшлек ҡыҙы ҡалды. Балаларҙың атаһы быйыл август айында яҡты донъя менән хушлашҡан, йәғни улар бөтөнләй етем. Шуға бәйле беҙ республика Хөкүмәтенә уларға финанс ярҙамын күрһәтеү тәҡдимен индерҙек», – тине Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо хәлде контролгә алырға ҡушты.

«Ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һәм быны тиҙерәк эшләүегеҙҙе һорайым», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

Шулай уҡ ул балаларҙың артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды.

Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, уларҙы аталарының апаһы опекунлыҡҡа ала.

«Шарттар балаларҙы тәрбиәләргә мөмкинлек бирә. Улар Ҡариҙел районының Магинск ауылында йәшәйәсәк», – тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

Уҙған аҙнала республикала булған ғәҙәттән тыш хәлдәр хаҡында һөйләгәндә, Фәрит Ғүмәров түбәндәге мәғлүмәттәрҙе килтерҙе.

Бөтәһе 86 янғын теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған: Ҡариҙел, Туймазы райондарында һәм Өфөлә. Өсәүһе йәрәхәтләнгән. 32 кеше ҡотҡарылған.

Террор ғәмәле янауы тураһында 10 хәбәр килгән. Шартлатҡыс ҡоролмалар табылмаған.

Һыу объекттарында бер ваҡиға теркәлгән. 22 ноябрҙә Көйөргәҙе районының Асҡар ауылы янындағы һыу һаҡлағыста балыҡ тотҡан саҡта еңел автомобиль боҙ аҫтына киткән. Һәләк булыусылар юҡ. Машина һыуҙан сығарылған.

Республика клиник балалар дауаханаһында 11 йәшлек ҡыҙыҡай бишенсе ҡаттан ҡолап төшкән. Ул реанимацияла ята.

70 юл фажиғәһе булған.

21 ноябрҙә хайуандарҙың ҡотороу сире сығанағы табылыуға бәйле Бүздәк районының Кәпәй-Ҡыбау ауылында карантин индерелгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter