Обычный вид

Яңылыҡтар

28.11.2018 17:24:00

Радий Хәбиров Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү өсөн «яуаплыны» тәғәйенләне

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәккә инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеген координациялауҙы республика хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға йөкмәтте. Үҙенең ҡарары хаҡында ул Башҡортостандың Рәсәй субъекттарында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында ҡатнашҡан сағында сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса Проект офисы ултырышында иғлан итте.

– Бөгөн беҙҙә исемендә «инвестиция» һүҙе булған бер ведомство ла юҡ. Был осраҡта дәүләт сәйәсәтенең ниндәй йүнәлеше хаҡында һүҙ барыуы мөмкин? Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәт туплау өсөн яуап бирә, дөйөм прогноздар яһай, ләкин бының менән системалы шөғөлләнгәне юҡ. Ошо йүнәлеш өсөн кемдең яуаплы буласағын уйларға кәрәк, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе фекеренсә, инвестициялар йәлеп итеү кеүек мөһим йүнәлеш кураторы вазифаһына иң ҡулай кандидатура – Александр Сидякин. Иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә ҙур һәм бәләкәй инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән берҙәм, яйға һалынған система булдырыу өсөн Проект офисы, республика Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы эшен, башҡа институттарҙы тап ул көйләргә тейеш.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сидякинға айына бер тапҡыр эшҡыуарҙар менән осрашырға һәм улар менән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе тикшерергә ҡушты.Бынан тыш, Радий Хәбиров тулы картина алыу өсөн эшҡыуарҙар менән махсус тура бәйләнеш каналын булдырыу бурысын йөкмәтте.

– Ҙур инвестицияларға килгәндә, ҡайһы берҙә ҡул менән идара итергә кәрәк, хәүеф ихтималлығын үҙ өҫтөмә алам. Хәҙер кесаҙна һайын Инвестиция сәғәте уҙғарыла. Бөтә инвесторҙарға ла сәйәсәтебеҙҙең инвестициялар йәлеп итеүгә нигеҙләнәсәге хаҡында сигнал бирәбеҙ. Был минең төп бурысым. Ошо системаны яйға һалырбыҙ, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter