Обычный вид

Яңылыҡтар

08.11.2018 20:08:00

Радий Хәбиров Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты

8 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығының мәғлүмәт-диспетчер үҙәгендә булды.

Төбәк етәксеһе йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексы эше менән танышты. Әлеге ваҡытта ҡала халҡы күпләп йыйыла торған урындарҙа 300-ҙән ашыу камера урынлаштырылған. Ундағы мәғлүмәт теркәлеү үткәндән һуң мәғлүмәт-диспетчер үҙәге серверҙарында һаҡлана.  Был системаға Өфөнөң белем биреү учреждениеларында ҡуйылған видеокамералар ҙа тоташтырылған.

Үҙәк белгестәре менән бергә Радий Хәбиров система эшен тикшерҙе һәм киләсәктә уны модернизациялау һәм яңыртыу кәрәклеген белдерҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter