Обычный вид

Яңылыҡтар

06.11.2018 17:39:00

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үткәрҙе

6 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә уҙғарҙы.

Кәңәшмә башында БР-ның торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев, шулай уҡ транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл-транспорт комплексында теркәлгән хәл-ваҡиғаларға туҡталды. Улар фекеренсә, барлыҡ хеҙмәттәр ҡышҡы миҙгелгә тулыһынса әҙер һәм тейешле техника менән тәьмин ителгән.

– Әлегә беҙ ҡыштың ниндәй булыуын белмәйбеҙ, шулай ҙа, тәү сиратта, иң ҡатмарлы шарттарға әҙер тороу мөһим: йорттарҙа йылы, юлдар таҙартылған булырға тейеш, – тип белдереҙе Радий Хәбиров.

Тауарҙар тәьмин итеүҙә заказсыларҙың контракт буйынса башҡарылған бурысы, хеҙмәт өлкәһендә социаль-мөһим программалар үтәлеше хаҡында БР-ның һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров, төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитететы рәйесе Григорий Невоструев һәм транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.

Рафаэль Яппаров фекеренсә, ҡайһы бер конкурстарҙың тейешле кимәлдә үтмәүе документтарҙың дөрөҫ тултырылмауына, тәжрибәле белгестәрҙең аҙ булыуына бәйле.

– Проектҡа тейешле иғтибар бүлмәйһегеҙ. Һеҙҙең ғаризалар баҙар шарттарына яуап бирергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.

Григорий Невоструев әйтеүенсә, киләсәктә республиканың күләмле төҙөлөштәренә подрядсыларҙы йәлеп итеү эше Капиталь төҙөлөш идаралығына йөкмәтеләсәк.

Тимур Мөхәмәтйәнов ваҡытында үҙләштерә алмаған бюджет сығымдары мәсьәләһенә туҡталды. Төп сәбәптәр араһында  торгтарҙың ваҡытында үткәрелмәүе һәм подрядсы ойошмаларҙың йөкләмәләрҙе ваҡытында башҡара алмауҙары аталды.

Мәҫәлән, Бөрйән районы Нәби ауылында күпер 2011 йылдан алып төҙөлә, Яңы Монасипта ла күпергә бәйле киҫкен мәсьәлә.

– 2011 йылдан  алып ниндәйҙер күпер төҙөйҙәр. Һеҙгә оят түгелме? Миңә был объекттар буйынса тулы мәғлүмәт кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Төбәк фондынан ярҙам итегеҙ, эшләй белгән подрядсылар табығыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter