Обычный вид

Яңылыҡтар

04.11.2018 00:03:00

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлау

Хөрмәтле ватандаштар!

Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләйем!

Был дәүләт байрамы үҙенең Ватаны, уның бай тарихы һәм мәҙәниәте менән ғорурланған һәр кем өсөн ҡәҙерле. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә беҙ өлкән быуындың хәрби һәм хеҙмәт батырлығын хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта берҙәмлек бер төрлөлөк, фекер һәм ҡараштар бер үк тигәнде аңлатмай. Беҙ барыбыҙ ҙа – төрлө һәм ҡабатланмаҫ. Иң мөһиме – беҙҙе тыуған еребеҙгә һөйөү, илебеҙҙе уңышлыраҡ, көслөрәк, кешеләр тормошон яҡшыраҡ итеүгә ынтылыш берләштерә.

Башҡортостан халҡы, ниндәй генә ауыр һынауҙар булмаһын, һәр ваҡыт бәләкәй Ватанының ғына түгел, ә тотош иленең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәне. Ошо күркәм йоланы дауам итеп, бөгөн республика үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын ышаныслы ҡаршылай, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығыта, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтә, ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра, илдең үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә.

Башҡортостан төрлө милләт һәм дин вәкилдәренә уртаҡ йорт булып ҡалһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙең маҡсат – быуындар бәйләнешен һаҡлау, йәштәр күңелендә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уның мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булыу.

Республиканың барлыҡ халҡына һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!

                Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter