Обычный вид

Яңылыҡтар

04.11.2018 18:13:00

Балаларға Рәсәй ҡотҡарыусылар союзы наградаларын тапшырыу

4 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Рәсәй ҡотҡарыусылар союзы» йәмәғәт ойошмаһы наградаларына тәҡдим ителгән балалар менән осрашты.

Төбәк етәксеһе йәш батырҙарҙы Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы һәм уларға миҙалдар һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.

– Бәләкәй булһағыҙ ҙа, йөрәгегеҙ ҙур: һеҙ бит өлкән кеше ҡыла алмаҫ ғәмәлдәр башҡарғанһығыҙ. Ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткәнегеҙ. Беҙ һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ һәм ғорурланабыҙ! – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бүләкләнеүселәрҙең ата-әсәһенә рәхмәтен белдерҙе.

– Ошондай һоҡланғыс ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! – тине төбәк етәксеһе.  

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter