Обычный вид

Яңылыҡтар

01.11.2018 17:02:00

Радий Хәбиров: «Беҙ кешеләргә мөмкин тиклем асығыраҡ булырға тейешбеҙ»

1 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса республика район-ҡалаларының үҫешенә арналған семинар-кәңәшмә үтте. Унда муниципалитет башлыҡтары, Хөкүмәт ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, саҡырылған эксперттар ҡатнашты.

Семинарҙа Рәсәй Президентының май Указын тормошҡа ашырыу, урындағы бюджеттарҙың килем ҡеүәтен арттырыу, биләмәләрҙең социаль инфраструктураһын үҫтереү, халыҡ менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу мәсьәләләре ҡаралды.

– Беҙ кешеләрҙең партнёрҙары булырға тейешбеҙ. Беҙ халыҡҡа асыҡ булырға һәм уларҙы ишетергә тейешбеҙ, – тип белдерҙе кәңәшмәлә Радий Хәбиров. – Үҙемдең эшемдә һеҙгә таянам. Көслө етәкселәр – көслө республика. Шуға күрә өҫтөнлөктәребеҙ бер төрлө булһын ине. Беҙҙең осрашыуыбыҙ — ул бер-беребеҙҙе аңлауға һәм берлектә һөҙөмтәле эш башҡарыуға йүнәлтелгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter