Обычный вид

Яңылыҡтар

31.10.2018 18:45:00

Радий Хәбиров: «Беҙ илдең алдынғы аграр төбәктәре исемлегендә нығынып ҡалырға тейешбеҙ»

31 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, быйыл төбәктә 3,3 млн тоннанан ашыу иген йыйылған,  ауыл хужалығы продукцияһының күләме 120 млрд һумға еткән. Радий Хәбиров аграрийҙарҙы ошо ҡаҙаныш менән ҡотланы һәм Башҡортостандың илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә нығынып ҡалыу мөһимлеген билдәләне. Бының өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килтереү һәм ауыл халҡының эш хаҡын күтәреү зарур.

– Ауылда артабан да заманса юлдар, мәктәптәр, спорт комплекстары, ФАП-тар төҙөүҙө дауам итеү менән бер рәттән яңы кадрҙар әҙерләү, газ һәм һыу үткәреү кеүек мәсьәләләр хәл ителәсәк. Ә иң мөһиме – ауылда яңы эш урындары булдырыу, ауыл эшсәндәренең килемен арттырыу, уларҙың тормош һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшеүсе  биш район хакимиәте башлығын республика Хөкүмәте дипломдары менән бүләкләне, механизаторҙар араһында үткәрелгән конкурс еңеүселәренә автомобиль асҡыстарын тапшырҙы,  «Минең ерем – минең байлығым» балалар конкурсы еңеүселәрен ҡотланы.

Төбәк етәксеһе үҙ сығышында агросәнәғәт комплексының төп ҡаҙаныштарын телгә алды һәм киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Быйыл ауыл хужалығы үҫешенә 5,8 млрд һум йәлеп ителде. Республикала заманса ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға субсидиялар күләме арта. 2018 йылдың башынан хужалыҡтар 1400 берәмек техника менән тәьмин ителгән.

— Бөгөн юғары маржиналь культураларға иҫәп тоторға, агроғилем ҡаҙаныштарын, заманса юғары игенселек технологияларын әүҙемерәк индерергә кәрәк, — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, бөгөн агросәнәғәт комплексы менән һөҙөмтәле бизнес-проекттар төҙөү, кесе хужалыҡ формаларын берләштереүгә иҫәп тотоу, килем килтереүсе проекттарға, ауыл хужалығы кластерҙарына, фермер хужалыҡтарына булышлыҡ итеү мөһим.

— Беҙҙең сит илгә балдан, ит ризығынан бренд продукцияһын һатыу мөмкинлегебеҙ бар. Башҡортостанды тәбиғи һәм экологик яҡтан таҙа продукция биләмәһе итеп күрһәтергә кәрәк, — тигән фекерҙә Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter