Обычный вид

Яңылыҡтар

30.10.2018 16:00:00

Роман Ребров Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Указына ярашлы Роман Ребров Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эштәр Идарасыһы итеп тәғәйенләнде.

Белешмә өсөн:

Ребров Роман Сергеевич 1981 йылдың 9 ғинуарында Владивостокта тыуған. Рәсәй Федерацияһының Тимер юл ғәскәрҙәренең хәрби-транспорт университетын, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.

1998 – 2005 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән.

2005 – 2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә белгес, баш белгес, бүлек етәксеһе һәм Эштәр идарасыһы.

2013 йылдан - Ҡалмыҡ Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары.

2017 – 2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡалаһы хакимиәте башлығының эштәр идаралығы етәксеһе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter