Обычный вид

Яңылыҡтар

29.10.2018 19:08:00

Радий Хәбиров Өлфәт Мостафинды Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына һайланыуы менән ҡотланы

29 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡала хакимиәте Советы ултырышында сығыш яһаны. Унда яңы сити-менеджер һайланды. Республика етәксеһе Өлфәт Мостафинды ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына һайланыуы менән ҡотланы.

– Йәшермәйем, Өлфәт Мансур улын күптән беләм. Яңы хакимиәт башлығы һәм уның командаһы ҡала үҫһен, уның халҡына бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләр, тип ышанам. Был – ҙур яуаплылыҡ. Намыҫлы кеше булараҡ, һеҙ алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙың барыһын да үтәрһегеҙ, тип өмөтләнәм, – тине Радий Хәбиров. – Өфө – Башҡортостан ул. Республика халҡының сирек өлөшө ошонда йәшәй. Башҡортостан Хөкүмәте ҡала хакимиәтенең тоғро ярҙамсыһы буласаҡ. Өфөләге эштәргә булышлыҡ итеү, тығыҙ бәйләнештә булыу өсөн ҡайһы бер аныҡ саралар күрелде лә инде.

Төбәк етәксеһе Өлфәт Мостафинды Өфө мэры итеп һайланыу менән ҡотланы һәм уға уңыштар теләне.

***

Ултырыштан хуң Радий Хәбиров Өфө хакимиәте башлығы менән осрашты.

– Ҡала урамдарын тәртипкә килтереүҙә яңы техника эшләйәсәк, – тине республика етәксеһе. – Бөгөн мин тейешле документҡа ҡул ҡуйҙым. Техниканы һатып алыуға  аҡса Төбәк фондынан күсереләсәк. Шуға күрә был мәсьәлә тиҙ хәл ителәсәк. Бөгөн баш ҡалала йәшәүсе халыҡ Һеҙгә ышаныс белдерҙе. Шәхсән үҙем һәм республика Хөкүмәте ярҙамдан айырмаясаҡ.

– Мин вәғәҙәләрҙең барыһын да тормошҡа ашырасаҡмын, – тине ҡала хакимиәте башлығы. – Бергә беҙ төҙөлөш, социаль өлкәлә булған, шулай уҡ башҡа мәсьәләләрҙе хәл итәсәкбеҙ, тип ышандырам.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter