Обычный вид

Яңылыҡтар

29.10.2018 20:01:00

ЛДПР рәйесе Владимир Жириновский менән эшлекле осрашыу

29 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Либерал-демократик партия (ЛДПР) рәйесе Владимир Жириновский менән осрашты. Сарала ЛДПР фракцияһынан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Дума депутаттары ҡатнашты.

Радий Хәбиров партияның төбәк закондар сығарыусы власть органдарында күрһәтелеүен айырып әйтте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ЛДПР фракцияһынан ете депутат күрһәтелгән. Урындағы үҙидара органдарына партияның 139 вәкиле һайланған.

— Иртәгә парламентҡа тотороҡло, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән бюджет проектын тәҡдим итәбеҙ, – тип белдерҙе республика етәксеһе. –  Быйыл беренсе тапҡыр социаль инфраструктура мәсьәләләрен көйләүгә ҙур сығымдар һалынды. Фракция беҙҙең башланғысты хуплар тип ышанам.

Һөйләшеүҙә төбәктә партия төҙөлөшө, социаль-иҡтисади хәл, спортты, туризмды үҫтереү, мәҙәни мираҫты һаҡлауға булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде.

– Республиканы етәкләүегеҙгә шатбыҙ. Һеҙҙе Мәскәүҙә эшләүегеҙ, Һеҙҙең парламентҡа, сәйәси партияларға, демократик процестарға ҡарата йылы мөнәсәбәттә булыуығыҙ, шулай уҡ Һеҙҙе федераль кимәлдә күләмле саралар ойоштороусыһы булараҡ та беләбеҙ, — тип билдәләне Владимир Жириновский. — Федераль кимәлдә туплаған тәжрибәгеҙ бында Һеҙгә ярҙам итәсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter