Обычный вид

Интервьюлар

15.03.2017 16:33:00

Рөстәм Хәмитов: «Производство үҫешенең төп сәбәбе — Башҡортостан компанияларының яңы иҡтисади шарттарға уңышлы яраҡлашыуы»

«Беҙ сәнәғәт етештереүе индексы артһын өсөн байтаҡ эш башҡарабыҙ, ләкин бындай һөҙөмтәләрҙе көтмәгәйнек, — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Эксперт-Урал» журналына интервьюһында. — Мәҫәлән, ғинуар йомғаҡтары 2016 йылдың ғинуарына ҡарата 107,9 процент тәшкил итте — был беҙҙең өсөн дә ҙур һан. Нефтселәр, химия, урман эшкәртеү, еңел, аҙыҡ-түлек сәнәғәте — барыһы ла һәйбәт эшләне. Уҙған йылда сәнәғәт етештереүе индексы 102,6 процент тәшкил итте».

Республика етәксеһе иҫәпләүенсә, производство үҫеше сәбәптәренең береһе — Башҡортостан компанияларының санкция һәм контрсанкция механизмдарына бәйле яңы иҡтисади шарттарға уңышлы яраҡлашыуы.

«Тәүге бер-ике йылда эшҡыуарлыҡҡа ауыр булды, топ-менеджмент нисек эш итергә белмәне, йылдар буйына тупланған бәйләнештәр өҙөлдө. Шуның менән бергә бөтә предприятиелар ҙа һығылмалылыҡ күрһәтте: кемдер үҙаллы өйрәнде, күптәргә дәүләт ярҙам итте, — тип анализ яһай Рөстәм Хәмитов. — Күмәк көс менән формат үҙгәртелде, хәҙер компаниялар санкцияларға бәйле ауырлыҡ кисермәй. Технологик яҡтан Көнбайыш ҡына уларҙың етештереүен тәьмин итә ала тип ышанған етәкселәр 10-20 проценттан ашмай, ҡалғандары үҙ көсөнә, импортты алмаштырыуға йүнәлеш алған. Яраҡлашыу тулыһынса тамамланған тип әйтә алмайым, был — ҡатмарлы процесс, әммә һандар предприятиеларҙың яраҡлашыуы хаҡында һөйләй. Декабрь-ғинуарҙа электр энергияһын һәм һыуҙы ҡулланыу 10-12 процентҡа артты. Тимәк, предприятиелар эшләй, көрсөккә тиклемге кимәлгә сыға. Химия, машиналар эшләү продукцияһының экспорты арта. Хәл тотороҡлана тип әйтергә мөмкин. Кире күренештәр күҙәтелмәй. Киреһенсә, ҙур булмаған, ләкин даими алға китеш бар».

Республика Башлығы иҫәпләүенсә, «хәҙер нисек итеп эшҡыуарлыҡты һәм йәмғиәтте бөгөнгө иҡтисади курстың ышаныслылығына, йүнәлештәрҙең дөрөҫлөгөнә инандырыу тураһында уйларға кәрәк. Әле һаман дауам иткән бәхәс шарттарында быны эшләү еңелдән түгел. Берәүҙәр либераль ҡиммәттәрҙе үҙ итә, бөтәһен хосусилаштырырға, баҙарға тапшырырға кәрәк, тип иҫәпләй. Икенселәр иһә дәүләт инвестиция процесында, иҡтисад менән идара итеүҙә әүҙем ҡатнашырға тейеш тигән ышаныста. Бәлки, шуғалыр ҙа үҙ ресурстарын яңы төҙөлөшкә йүнәлтергә теләүселәр күп түгел».

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter