Обычный вид

Интервьюлар

08.04.2016 19:58:00

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ «Башнефть» компанияһының республика акциялар пакетын һатыуҙы күҙалламайбыҙ»

«Беҙ «Башнефть» компанияһының 25 процент акциялар пакетын һатыуҙы күҙалламайбыҙ», — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов республика халҡы менән тура бәйләнеш барышында.

«Башнефть» компанияһы акциялар пакетының федераль өлөшө һатыуға әҙерләнә, был 50 проценттан ашыуыраҡ. Был осраҡта беҙ республика үҙенең пакетын һаҡлап ҡалһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. — Был бик мөһим, сөнки беҙгә, бер яҡтан, «Башнефть» менән идара итеүҙә ҡатнашырға һәм унда ниҙәр барғанын белергә кәрәк, икенсенән, республикаға дивидендтар рәүешендә килгән аҡса ағымы туҡтарға тейеш түгел. Ошо пакетты алғандан һуң ярты йыл үткәс уны һатыу тураһында иғлан итһәк, сәйер булыр ине».

«Башнефть» компанияһы республика акциялар пакетының хаҡы 100 миллиард һумдан кәм түгел, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter