Обычный вид

Интервьюлар

03.10.2013 23:25:05

Рөстәм Хәмитов Парижда матбуғат конференцияһы үткәрҙе

2 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Парижда Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Матбуғат конференцияһында республика башлығы сит ил журналистарына Башҡортостан, уның тарихы, халҡы, иҡтисади потенциалы, ауыл хужалығы, сәнәғәт, туризм, социаль өлкәнең үҫеше, ЮНЕСКО штаб-квартираһында республиканы презентациялауҙан үҙ тәьҫораттары, был халыҡ-ара ойошма етәкселеге менән осрашыуҙар тураһында һөйләне, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары вөкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе.

Матбуғат конференцияһы стенограммаһының тулы тексы БР Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter