Обычный вид

Интервьюлар

25.03.2013 10:17:00

Рөстәм ХӘМИТОВ: «Ата-бабалар ҡаҙанышын һаҡларға бурыслыбыҙ»

Дәүләтселегебеҙҙең нигеҙ ташы һалынған тарихи ваҡиғаға — Башҡорт Совет автономияһы төҙөлөүгә — бөгөн 94 йыл тулды. Оло әһәмиәткә эйә булған ошо иҫтәлекле көн алдынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимовҡа интервью бирҙе. Күҙгә-күҙ ҡарашып, башҡортса асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә республиканың ижтимағи-сәйәси хәле, төбәктең яңы шарттарҙа социаль-иҡтисади үҫеше, шулай уҡ экология, рухиәт һәм спорт өлкәләрендәге көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы. 

— Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы, 23 мартта Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 94 йыл тула. Күп кенә тарихсылар Рәсәйҙең федератив ҡоролошо тарихы башланыуын тап ошо ваҡиғаға бәйләй. Һеҙ ошо фекер менән килешәһегеҙме? 
— Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул итеү — тарихи ваҡиға. Әһәмиәте буйынса ул 450 йылдан ашыу ваҡыт элек Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуынан бер ҙә кәм түгел. Башҡорт халҡының дәүләтселеге, сикләнгән булһа ла, тормоштоң бөтә тармаҡтарын да үҫтереүгә ҙур этәргес бирә. Был мәғариф, мәҙәниәт үҫешенә, яңы власть һәм йәмәғәт институттары булдырыуға булышлыҡ итә. Башҡорт автономияһы формалашыу менән халыҡтың мәҙәни һәм ижтимағи үҙаңы ныҡлы уяна. Һис шикһеҙ, бындай ҡарар ҡабул иткән, башҡорт халҡы мәнфәғәттәрен Рәсәйҙең ул саҡтағы Үҙәк хөкүмәте алдында яҡлаған кешеләрҙең хеҙмәте бик ҙур. Улар абруйлы, белемле, алдынғы ҡарашлы булған. Көслө кешеләр генә бындай ҡарар сығара һәм уны тормошҡа ашыра ала. 
Идея, әлбиттә, тик торғандан ғына килеп сыҡмай, халыҡ араһында тыуа, оҙаҡ йылдар дауамында өлгөрә. Бәлки, ул тиҫтә, хатта йөҙ йыл буйы уйланылғандыр.  Дәүләтселек булдырыу, үҙаллылыҡ алыу — күп быуын кешеләренең хыялы. Улар үҙ телен, мәҙәниәтен, йолаларын үҫтерергә, иҡтисадын булдырырға теләй. Һөҙөмтәлә ошондай республика — автономиялы дәүләт — төҙөп, башҡорт халҡы үҫешенең яңы этабына сығыуға өлгәшәләр. 
Ғөмүмән, 94 йыл элек булған ваҡиғаның тарихи әһәмиәте, һис шикһеҙ, ҙур. Бөгөн дә шул заманда ҡабул ителгән ҡарарҙың тормошҡа ашыуын хәстәрләргә, уны дауам итергә тейешбеҙ. Башҡортостандың республика булараҡ позицияларын йомшартырға ярамай. Беҙ Рәсәй Федерацияһы составындағы дәүләт булараҡ үҫешә алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейешбеҙ. Бөтә мәғәнәлә лә. Мәҙәни һәм ижтимағи яҡтан ғына түгел, иҡтисади йәһәттән дә. 
— Жириновский, Прохоров кеүек сәйәсмәндәр Башҡортостан менән Татарстан милли республика булараҡ йәшәүҙән туҡтарға, губернаға әйләнергә тейеш, тигәнерәк фекер белдерә. Ошондай шарттарҙа үҙ позицияларыбыҙҙы һаҡлап ҡала алырбыҙмы?
— Эйе. Һаҡларға бурыслыбыҙ ҙа, сөнки был — ата-бабаларыбыҙҙың яулап алған ҡаҙанышы. Уларҙың эшен мотлаҡ дауам итергә, үҫтерергә кәрәк. Бәғзе сәйәсмәндәрҙең фекере — буш һүҙ, мәғәнәһеҙлек. Быға етди ҡарарға ярамай. Сәйәси экстремистар, төптән уйламай эш иткән кешеләр бар шул. Был осраҡта улар күпселектең ҡарашын белдермәй, ни бары шәхси мәнфәғәттәре өсөн борсолған бәләкәй бер төркөмдөң һүҙҙәрен әйтә. Улар беҙҙең хистәрҙе һынап ҡарарға маташа. Мин бындай сәйәсмәндәрҙең сығышын көлөмһөрәп ҡабул итәм, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Халыҡ та шулай уйлай. Мин һәр саҡ республиканы нығытыу яғында булдым һәм ошо һүҙемдә ҡаласаҡмын. Барлыҡ мәғәнәлә лә, шул иҫәптән сәйәси яҡтан да. 
Әммә бөгөн беҙҙең төп бурыстар — иҡтисад тармағында. Беҙ матди яҡты нығытырға, ҡеүәтле базаны арттырырға, шуның менән республиканы үҫтерергә тейешбеҙ. Башҡорт халҡына ла ярҙамды көсәйтергә кәрәк. Уны иҡтисади тормошҡа әүҙемерәк йәлеп итеп, көнитмеш сифатын үҫтереү мөһим. 
Халыҡҡа 70 – 80 йыл дауамында булған социалистик форманан баҙар иҡтисадына, капитализмға күсеү ауыр бирелә. Бөтә ҡатлам өсөн дә ауыр, айырыуса — ҙур килем алмағандарға, дәүләт ярҙамынан ситтә ҡалғандарға. Ошондай ваҡытта берҙәмлекте, идеологияны һаҡларға, йолаларға, халыҡтың тәжрибәһенә таянырға кәрәк. Йәмғиәт нигеҙҙәрен емерергә ярамай, был бик хәүефле, ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Әлеге фекерҙе "Рәсәй унитар дәүләт булырға тейеш, федератив ҡоролоштан баш тартырға кәрәк" тигән сәйәсмәндәргә ҡаршы әйтәм. Электән булғанды тамырынан үҙгәртеү — ахмаҡлыҡ, провокация. Рәсәй борондан килгән, дөрөҫлөгө тарих менән дәлилләнгән, кешеләр тарафынан хупланған ҡоролошта ғына йәшәй, үҫешә аласаҡ. 
Беҙ оҙаҡҡа һуҙмай автономиялы Башҡортостан төҙөүҙең 100 йыллығын билдәләүгә әҙерләнә башларға тейешбеҙ. Ваҡыт тиҙ үтә, 2019 йыл тау аръяғында түгел. Федераль үҙәккә тейешле мөрәжәғәт әҙерләп ебәрергә кәрәк буласаҡ. Йөҙ йыллыҡ юбилейҙы махсус сараларға ярашлы, мәҙәни, иҡтисади яҡтан юғары кимәлдә үткәрергә кәрәк. Әлбиттә, указ буласаҡ, ил етәкселеге кимәлендә лә бындай документ ҡабул ителһен өсөн тырышасаҡбыҙ. 
— Рөстәм Зәки улы, Һеҙ Башҡортостан Президенты вазифаһын ҡабул итеп алғас: "Кешеләр өсөн эшләргә!" — тип белдергәйнегеҙ. Етәкселәргә тәғәйенләнгән был саҡырыу үҙ емештәрен бирәме?
— Девиз әле лә ғәмәлдә, беҙ уның буйынса эшләйбеҙ. Власть үҙенең түгел, ә халыҡтың мәнфәғәтен алға ҡуйырға бурыслы. Ул — йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө, халыҡ менән власты ҡаршы ҡуйыу, "беҙ" һәм "тегеләр" тип әйтеү дөрөҫ түгел. Идара итеү өлкәһендә лә бит кешеләр, халыҡ вәкилдәре эшләй. Коллегаларым, шул иҫәптән үҙем дә, власты мираҫ буйынса алманыҡ, башҡалар кеүек үк ябай халыҡ араһынан сыҡҡанбыҙ. Ҡасан да булһа барыбер шул мөхиткә ҡайтасаҡмын. Девизым артабан да үҙ көсөндә ҡаласаҡ. 
Йыш ҡына ауыл-ҡалаларҙан хаттар алам. Беҙҙә шуға-шуға иғтибар ителмәй, һеҙ гел, власть кешеләр өсөн эшләргә тейеш, тип талап итһәгеҙ ҙә, урында бурыстар үтәлмәй, тиҙәр. Минеңсә, беҙ был йәһәттән халыҡта фекер уяттыҡ, йәмғиәт үҫешенең дөрөҫ йүнәлешен таптыҡ. Дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары кешегә ҡарата йомшағыраҡ була башланы, халыҡтың проблемаларын аңларға тырыша. Эйе, эш ауыр бара, сөнки баҙар иҡтисады — бик уҫал әйбер, капитализм да — ҡаты нәмә. Совет осоронда "капиталистик ҡоролошта власть байҙарҙы ғына хеҙмәтләндерә, ә ябай кешеләр уның ҡеүәтен тәьмин итә" тип өйрәндек. Баҙар иҡтисады формалашып ҡына килә, шуға заманса идеологияға кире ҡараш әле лә бар, әлбиттә. Был — ауыр, фәлсәфәүи мәсьәлә. Тағы бер ҡабатлайым: халыҡ баҙар иҡтисадын көсөргәнеп ҡабул итә. Тормош ҡатмарлы булғанға ғына түгел: бер яҡтан ҡараһаң, ашарға етерлек, йорт бар... Ә бәхет юҡ. "Ни өсөн?" — тиерһегеҙ. Сөнки ғәҙелһеҙлек күп, ул көндән-көн арта. Һәм, әлбиттә, власть ябай халыҡ яғында булырға, уны яҡларға бурыслы. Тимәк, социаль яҡлауҙың, көсһөҙҙәргә, мохтаждарға ярҙам итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлешкә әйләнеүе мөһим. 
— Шул уҡ ваҡытта республикала хәл итәһе социаль-иҡтисади мәсьәләләр етерлек әле. Әммә, хәрәкәттә — бәрәкәт, тиҙәр...
— Эйе, иң мөһиме — беҙ ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешендә хәрәкәт бар. Бөтәһен дә бер-ике йыл эсендә хәл итеп була, тип уйларға ярамай. Ошо лозунгтарҙы алға һөрөү, ғәмәлгә индереү өсөн бер нисә быуын алмашыныуы ихтимал. Әммә, ҡабатлап әйтәм, хәрәкәт бар. Ул йәмәғәт фекерендә лә тойола, тормошта, иҡтисадта ла бар. Күп йүнәлештәр буйынса дөрөҫ йүнәлешкә боролдоҡ. Йәмғиәт, кеше азат булырға тейеш, уларҙы иҡтисади тормошҡа йәлеп итеү, шарттар булдырыу кәрәк икәнлеген аңлайбыҙ.
— Республиканы ил генә түгел, донъя кимәлендә лә танытыуҙы төп бурыстарығыҙҙың береһе итеп ҡуйҙығыҙ. Инвестиция йәлеп итеү буйынса талаптар ҙа ошоға бәйле. Был йәһәттән күп нәмә эшләнә. Ағымдағы йылда күпме инвестиция килеүе көтөлә? Беҙҙе айырыуса туризм өлкәһе ҡыҙыҡһындыра. 
— Туризм — республиканы сит илдәргә танытыуҙың төп юлдарының береһе. Рәсәй генә түгел, сит ил кешеләре лә беҙҙә матур тәбиғәт, ял итеү һәм көс алыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр барлығын белергә тейеш. Ошоға иҫәп тотоп та Өфөлә заманса ҡунаҡханалар төҙөй башланыҡ. Төп бурыс — мөмкин тиклем күберәк кеше Башҡортостан Республикаһы, уның иҡтисадын алға ебәреү мөмкинлеге барлығын, беҙҙә эшләү өсөн шарттар булыуын белһен. Күп яҡлы мәсьәлә был. Туризм кәрәк, тип тиҫтә ярым йыл һөйләнәбеҙ, "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы"н булдырабыҙ, тибеҙ, әммә алға китеш ауыр бара. Әле мөһим бер нисә йүнәлеш бар. Тәүгеһе — курорт-шифаханалар. Был система һәйбәт кенә формалашҡан, ләкин бөгөн уны нығытырға, көсәйтергә кәрәк. Дәүләт хәстәрлегенән тыш, шәхси эшҡыуарҙарҙы ла ылыҡтырыу талап ителә, улар ҙа ҡунаҡханалар, туристарҙы хеҙмәтләндереү өсөн объекттар төҙөргә тейеш. Республика буйлап йөрөү өсөн транспортты һәм башҡаһын тәьмин итергә лә кәрәк.
Әүҙем үҫкән икенсе йүнәлеш — спорт туризмы: тау саңғыһы, йылға буйлап ағыу, йәйәү маршруттар, спелеология. Өсөнсөһө — халыҡ кәсептәре, ҡымыҙ етештереү, умартасылыҡ һәм башҡалар. Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү буйынса программа ҡабул итергә торабыҙ. Әйҙә, кешеләр рәхәтләнеп ауылда эшләһен.
— Рөстәм Зәки улы, һүҙ ыңғайы шуны әйтеп китмәксемен: йыл башында "Башҡортостан" гәзите редакцияһы Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә "Һөнәрмән" тигән конкурс иғлан итте. Йыл аҙағында Башҡорт дәүләт филармонияһында йомғаҡлау сараһы үткәрергә, еңеүселәрҙең эштәренән күргәҙмә ойошторорға йыйынабыҙ. Маҡсатыбыҙ — йәштәрҙә, мәктәп уҡыусыларында кәсепселек менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, ауыл ерендә йүнселлекте үҫтереү. Һәр кем бала саҡтан һөнәргә өйрәнһен ине. Оҫта ҡуллы кеше ас ултырмай. Юғиһә, бәғзеләр эш юҡлыҡтан Себергә сығып китә. Ул ғына аҡсаны ауылда үҙҙәре лә таба ала бит. 
— Мин һеҙҙең менән тулыһынса — 100 процентҡа — килешәм. Кәрәк булһа, ярҙам да итәсәкмен. Бик кәрәкле проектҡа тотонғанһығыҙ. 
— Һуңғы ваҡытта гәзит уҡыусыларҙы, бөтә республика халҡын айырыуса тариф проблемалары борсой. Һорау, әлеге лә баяғы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле. "Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн" түләү сабырлыҡтың сигенә еткерҙе. Был йәһәттән Хөкүмәт тарафынан берәй нәмә эшләнәсәкме? 
— Беренсенән, Башҡортостандағы тарифтар Рәсәйҙә иң түбәндәр иҫәбендә. Мәҫәлән, Өфөлә эҫе һыу, һалҡын һыу, йылылыҡ өсөн хаҡ Ҡазандағынан ике тапҡырға кәмерәк. Был халыҡ өсөн шәп, ә бына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн хөрт. Торлаҡты йүнәтеүгә, яңыртыуға ҙур мөмкинлектәр юҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың иҡтисады менән кешеләр түләгән тарифтар араһында һәр саҡ "алтын урталыҡ" булырға тейеш. Минеңсә, тариф сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренең Рәсәй Федерацияһы субъекты кимәлендә хәл ителеүе мөһим. Артыҡ үҙәкләштереү һәм барлыҡ проблемаларҙы Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығы аша хәл итергә тырышыу — хаталы юл. Беҙ уны мөмкинлектәребеҙгә, хәлебеҙгә ҡарап яйға һала алабыҙ һәм шулай булырға тейеш тә. Нимәне эшләргә, ҡайһыныһын эшләмәҫкә икәнлеге урында яҡшыраҡ күренә. Тарифтарҙың түбәнлеге тармаҡҡа ярҙам итеү өсөн бюджеттан өҫтәмә аҡса сарыф итеүгә килтерә. Быйыл, мәҫәлән, 5 миллиард һум тотоноласаҡ. Тарифтар менән шаярырға ярамағанлығын беләбеҙ. Республикала уртаса эш хаҡы ҙур түгел, пенсия бәләкәй. Беҙ быны аңлайбыҙ һәм тарифтарҙы күпкә арттырмайбыҙ. Ҡайһы бер урындарҙа ғына түләүҙәр 10 – 15 процентҡа артты. Артабан да балансланған, үлсәнгән, тыныс тариф сәйәсәтен үткәрәсәкбеҙ. Артыу булған хәлдә лә, түләй алмаған кешеләргә ярҙам итәсәкбеҙ. Тимәк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа түгел, ә тап мохтаж кешеләргә маҡсатлы, адреслы ярҙам буласаҡ. Эш хаҡы түбән булғандарҙы, яңғыҙ әбей-бабайҙарҙы, аҙ тәьмин ителгәндәрҙе хәстәрлек менән солғап алырға кәрәк. "Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләү" — Төбәктәр үҫеше министрлығы уйлап тапҡан нәмә, бөтә илгә тейешле әҙерлекһеҙ индерелде, мин уның менән риза түгел. Эксперимент кәрәк булһа, бер-ике төбәктән генә башларға мөмкин ине, ә ул бомба кеүек тотош илгә "ырғытты". Әлбиттә, һөҙөмтәлә кәрәген алдылар ҙа: халыҡ риза түгел, ҡайҙа ҡарама — мутлыҡ, алдашыу... 1 апрелдән "ОДН" буйынса сикләү индерәсәкбеҙ. Бөтә торлаҡ йорттарҙы тикшереп сығасаҡбыҙ. "Дөйөм йорт ихтыяждары" тип нимә аталыуын аңларға кәрәк. Йортҡа терәп эшләнгән магазиндар, ателье, бөҙрәханалар өсөн дә аҡса ала башланылар бит. Быны тикшерәсәкбеҙ. 
— Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың ҙур өлөшө ауыл ерендә йәшәй. Уларҙы бөгөн ауыл яҙмышы бик борсой, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе лә хәүефләндерә. Ошо шарттарҙа Хөкүмәт агросәнәғәткә нисек ярҙам итер икән?
— Ауыл хужалығы беҙҙең өсөн — өҫтөнлөклө йүнәлеш. Былтыр ҙа, элгәре йылда ла был тармаҡҡа, крәҫтиәндәргә ярҙам иттек: 5,5 миллиард һум аҡса сарыф ителде, капиталь төҙөлөш өсөн 16-17 миллиард һум тотонолдо. Үҙегеҙ беләһегеҙ: техника һатып алғандарға 40 процентҡа тиклем субсидия бирәбеҙ, ошонан файҙаланып, ауылда хәлләнә башланылар. Былтыр ғына өс меңдән ашыу техника — комбайн, трактор, сәскес алынды. Һөттөң хаҡын күтәреү буйынса ярҙам итәбеҙ: литрына 1,5-2 һумдан өҫтәмә дотация бирәбеҙ, ул быйыл да буласаҡ. 
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының Рәсәйҙәге ауыл хужалығын йота, юҡ итә алыуын да яҡшы аңлайбыҙ. Тимәк, ауыл хужалығын дәғүәләшеүгә һәләтле, рентабелле итергә тейешбеҙ. Тауарҙың үҙҡиммәте сит илдән килтерелгәндәрҙең хаҡы кимәлендә булырға тейеш. Мәҫәлән, Белоруссияла һөттөң үҙҡиммәте, дәүләт биргән дотацияны иҫәпкә алғанда, 6-7 һум. Ә беҙҙә 15-17, хатта 20 һум булып китә. Әлбиттә, был шарттарҙа баҙарҙа дәғүәләшеп булмай. Ә ни эшләргә? Өйрәнә башланыҡ. Һөттөң үҙҡиммәте ҡул хеҙмәтенә таянған, механизация булмаған урында юғары икәнлеге асыҡланды. Рәсәйҙә беренсе булып берҙән-бер "500 ферма" программаһын тормошҡа ашыра башланыҡ. Ул бюджетты файҙаланып, һөт хужалығын, һөтсөлөк фермаларын заманға ярашлы яңыртыуҙы күҙаллай. Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса 30-40 процентҡа тиклем ярҙам бирәбеҙ. Былтыр тәүге һөҙөмтәнән үк шул күренде: үҙҡиммәт төшә, хеҙмәт шарттары яҡшыра, эш хаҡы арта. Хәҙер программаны тиҙ арала нығытырға һәм артабан үҫтерергә кәрәк. Һөтсөлөккә генә түгел, ҡошсолоҡҡа, иген етештереүгә лә ҡағыла ул. Уңыш түбән, әлбиттә. Бик ныҡ тырышҡанда ғына гектарынан 15-20 центнер алабыҙ. Ошо тиклем булһа, һөйөнәбеҙ. Киләсәктә беҙгә, бер ниндәй һауа шарттарына ҡарап тормай, кәмендә 20 центнер уңыш алырға өйрәнергә кәрәк. Иң артта ҡалған хужалыҡта ла ошондай күрһәткес булыуы мөһим. Ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәрҙең ҡулынан килә был. 
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының кире йоғонтоһона ауыл халҡының берҙәм, көйлө эше һәм дәүләттең ярҙамы менән генә ҡаршы торорға мөмкин. Башҡаса юлы юҡ. Хәстәрлек күреү артабан да дауам итәсәк.
— Әйткәндәй, "Башҡортостан" гәзите "500 ферма" программаһының үтәлешен һәр саҡ яҡтыртып бара. Элегерәк малсылыҡ тармағында эш ауыр ине. Ә хәҙер — икенсе күренеш. 
— Дөрөҫ, заманса үҫеш кәрәк. Ҡул хеҙмәте — үткән заман күренеше. Беҙ донъяның иң яҡшы агрофирмалары менән дәғүәләшә алырға тейешбеҙ. Әлеге проект буйынса төҙөлгән фермаларҙа кеше рәхәтләнеп эшләй. Хеҙмәт хаҡы түләнә, һауыу залы бына тигән, техника ҡеүәтле, ашарға, йыуынырға, ял итергә урын бар. Һауынсы ҡатын-ҡыҙҙар рәхмәт әйтә, уларға нәҡ ошондай шарттар кәрәк ине. Был — Рәсәйҙә берҙән-бер системалы, аңлайышлы проект. Федераль үҙәктән көтөп тормайбыҙ, үҙаллылыҡтан файҙаланып, үҙебеҙ ҙә эшләй алабыҙ. 
— 2013 йыл Рәсәйҙә — Экология, республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Белеүебеҙсә, бөгөн тәбиғәтте яҡлау — иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Һауаны айырыуса сәнәғәт предприятиеларының бысратыуы бер кемгә лә сер түгел. Һыу мәсьәләһе лә көндән-көн киҫкенләшә. Әйтәйек, Өфө янындағы байтаҡ район халҡы ошо сәбәпле күптән интегә. Атап үтелгән мәсьәләләрҙе киләсәктә нисек хәл итергә мөмкин? 
— Бының нигеҙендә, әлбиттә, республика сәнәғәтенең 70 йыллыҡ үҫеше ята. Ул экология өсөн эҙемтәһеҙ үтмәне. Иң ҙур зыянды нефть сығарыуҙан күрәбеҙ. Беҙҙең республикала ғына 40 мең скважина булыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Бер яҡтан ҡарағанда, әлбиттә, нефть сығарыу төбәктең көс-ҡеүәтен күрһәтә, әммә уның экологияға кире йоғонтоһонан да ҡотола алмайбыҙ.
Нефтте тейешле кимәлдә эшкәртмәү сәбәпле, бының менән шөғөлләнгән предприятиелар һауаға, ергә зарар килтерә. Һуңғы осорҙа ябылған байтаҡ заводтың биләмәһе ифрат насар хәлдә. Тәү сиратта "Химпром" йәмғиәтен әйтеп китергә кәрәк. Шулай уҡ Ишембайҙа, көньяҡ-көнсығыш райондарында ошондай бер нисә предприятие бар. Таштарҙы ситкә ауҙарып ташлау, алтынды терегөмөшлө технологиялар ҡулланып алыу һәм башҡалар ҡатмарлы экологик хәлгә дусар итә. Элек бит сәнәғәт тармағын бер нигә ҡарамай үҫтерергә тырышҡандар. Әле эшләгән предприятиелар уртаса хәлдә тиергә мөмкин, ә ташландыҡтары, тейешенсә туҡтатылмағандары, әйтеп үткәнемсә, экологияға ҙур ҡурҡыныс менән янай. 
Ошо мәсьәләләрҙә ярҙам һорап, Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иттек. "Химпром"дың биләмәһен таҙартыу өсөн — ике миллиард һум тирәһе, Семеновка алтын сығарыу фабрикаһын тәртипкә килтереүгә — бер миллиард һум, бер нисә районда ҡалдыҡтарҙы күмеү полигондарын рәтләү маҡсатына бер миллиард ярым һумдан ашыу аҡса кәрәк. Федераль үҙәктең булышлығынан тыш проблеманан ҡотолоп булмай, һәм ярҙам һорау ғәҙел дә, сөнки был предприятиеларҙан алынған килем тәү сиратта ил ҡаҙнаһын тулыландыра.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, экологияның торошо кешенең үҙенән, һәр йорттан, урамдан башланырға тейеш. Халыҡ сүп-сарҙы ҡайҙа етте шунда ташларға ғәҙәтләнде. Был мәсьәләгә, ниңәлер, бик еңел ҡарайбыҙ. Экологик мәҙәниәтте үҫтерергә кәрәк. Был йәһәттән дәүләт кимәлендә башҡараһы эш бихисап. Көнкүреш ҡалдыҡтарын күмеү полигондары төҙөй башлаясаҡбыҙ, сүп-сарҙы сорттарға айырыуға ҙур иғтибар бүленәсәк. Үртәү технологияһын файҙаланырға ярамай, сөнки был юл дөрөҫ түгел. Сорттарға бүлеү һәм икенсел сеймал булараҡ ҡулланыу — беҙҙең өсөн иң ҡулай ысул. 
Өсөнсөнән, мине ял итеү урындарының насар хәлдә булыуы ҙур борсоуға һала. Йылға-күл буйҙарын тәртипкә килтерергә кәрәк. Экология парктары, айырыуса һаҡланған биләмәләр селтәрен үҫтереү мөһим. Был йәһәттән Башҡортостандың тәбиғәт резерваты тураһындағы ҡарарҙы ЮНЕСКО аша үткәреүгә өлгәштек. Биләмәгә Бөрйән, Белорет, Күгәрсен, Ишембай райондары инә.
Төп маҡсат — тәбиғәтте һаҡлау быйыл ғына булырға тейеш түгел. Был эштең даими дауам итеүе, һәр быуын вәкилдәренең бурысына әйләнеүе мөһим.
— Рөстәм Зәки улы, Һеҙ торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса һалып алданған кешеләрҙең проблемаһына ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Был йәһәттән эш эҙмә-эҙлекле алып барыла. Халыҡ хәстәрлекте шатланып ҡабул итте, күптәр Һеҙҙә үҙ яҡлаусыһын күрә. Шулай ҙа алданған өлөшсөләр мәсьәләһе бүтән тыумаясаҡ тип ышанырға буламы?
— Әле яңы төҙөлөш эштәренең яҡынса 70-75 проценты шәхси аҡсаға башҡарыла. Ә хоҡуҡи даирә, закондар көсһөҙ. Етерлек вәкәләт бирелгән хәлдә, кешеләрҙе һаҡлау һәм яҡлау йәһәтенән ҡаты ҡануниәт булдырыр инек. Әммә бөгөн беҙҙең ундай мөмкинлегебеҙ юҡ. Әлбиттә, киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа аңлатыу эше алып барыла, алдарға әҙер торған кешеләрҙең артыуы сәбәпле, иғтибарлылыҡтың мөһимлеге төшөндөрөлә. Был эште тағы ла көсәйтергә кәрәк. Күп кеше, айырыуса беҙҙең халыҡ, ифрат ышаныусан бит.
Яңы йорттарҙы Торлаҡ төҙөлөшө фонды ярҙамында һалыу эшен киңәйтергә иҫәп бар. Ул — коммерцияға ҡарамаған ойошма, фатирҙарының хаҡы ла ҙур түгел. Ғөмүмән, алданған өлөшсөләргә бәйле ваҡиғалар тағы ла ҡабатланмаһын өсөн торлаҡ төҙөүҙең төрлө алымдарын эҙләйбеҙ.
— Киләһе һорауыбыҙ Рәсәйҙәге төп проблемаларҙың береһе булған коррупция хаҡында. Уға ҡаршы көрәштә ниндәй алымдар айырыуса һөҙөмтәле, һәм улар Башҡортостанда ҡулланыламы?
— Коррупция бөтөн донъяға хас. "Һин — миңә, мин — һиңә" тигән алымға ҡоролған был капитализм билдәһен беҙ, Совет осоро балалары, белмәнек, ундай күренеш йәмғиәткә хас түгел ине. Сит илдәрҙән килеп инде ул. Шулай ҙа "зирәк уҡыусылар" булып сыҡтыҡ — илебеҙҙә коррупция йылдам үҫеш алды. Уға ҡаршы көрәш алып барыу — һәр етәксенең мөҡәддәс бурысы.
Минеңсә, ҡаҙна аҡсаһы — иң изге аҡса, уға тейергә ярамай. Мин һәр ваҡыт ошо идеология менән йәшәйем һәм башҡаларҙы ла шуға өйрәтәм. Ҡаҙна аҡсаһы — кешеләрҙеке, ул мәктәп, дауахана һәм дөйөм йәмғиәт өсөн кәрәкле башҡа биналар төҙөү, бүтән изге эштәр өсөн тәғәйенләнгән. Дәүләттең кеҫәһенә ҡул тыҡтың икән, вазифаңдан бушатылыуҙан тыш, енәйәт яуаплылығына тарттырылырға ла тейешһең. Ошондай ҡаты сара күптәрҙе урап үткәнлектән, ришүәтселектең үҫеш мөмкинлеге һаман да киңәйә.
— Ауылда ла, ҡалала ла халыҡты иң ныҡ борсоғаны — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе. Миллиардлап аҡса бүленеүгә ҡарамаҫтан, медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең сифаты ҡәнәғәтләнерлек түгел. Участка дауаханаларының, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ябылыуы айырыуса ҙур хафаға һала. Һөҙөмтәлә бәләкәй ауылдарға бөтөү ҡурҡынысы янай.
— Әлбиттә, бындай учреждениеларҙы ябырға ярамай. Район үҙәгенән алыҫта ятҡан ауыл халҡы нимә эшләргә тейеш? Ара 10 — 15 саҡрым булһа, һүҙ юҡ, һуңғы сиктә ябыу хаҡында уйларға мөмкин. Унан йырағыраҡ икән, учреждениеға йоҙаҡ элеү урынһыҙ, был бер ниндәй ҡалыпҡа ла һыймай.
Әлбиттә, беҙгә "бәләкәй мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы ябығыҙ, һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартығыҙ" тип юғарынан күрһәтмә бирәләр. Мәскәүҙәр менән һәр саҡ бәхәсләшәбеҙ. "Уйламайынса эш итмәгеҙ", — тип үҙебеҙҙең етәкселәргә лә әйтеп киләм. Мәҫәлән, аҙ комплектлы мәктәпте ябыр алдынан иң тәүҙә йыраҡтағы уҡыу йортона йөрөргә юл, автобус, интернат бармы икәнен һәм башҡа шарттарҙы өйрәнергә кәрәк. Киреһенсә булған осраҡта, был вариант ҡулай түгел.
Ғөмүмән, мәктәп — ауылдың үҙәге, йөрәге, терәге ул. Дауахана ла ошондай уҡ ҡәҙер-хөрмәткә эйә.
— Рөстәм Зәки улы, Һеҙҙең спортты яратҡанығыҙҙы яҡшы беләбеҙ. Уны үҫтереү йәһәтенән дә күп эш башҡараһығыҙ. Әйтәйек, бөгөн Һеҙҙең ярҙам менән "Өфө" футбол клубы аяҡҡа баҫып килә. Әммә бер сетерекле һорау бар: ниңә был клубты үҙебеҙҙең компания, мәҫәлән, "Башнефть" финансламай? Аҡса ни өсөн "ЦСКА"ға китә икән?
— "Башнефть" компанияһы республикаға йыл һайын бер миллиард ярым һум аҡса бүлә. Шул иҫәпкә һауыҡтырыу, спорт комплекстары төҙөйбөҙ, ремонт эштәре башҡарабыҙ, райондарға ярҙам итәбеҙ. Әлбиттә, был аҡсаны спортты үҫтереү өсөн генә файҙаланырға мөмкин булыр ине, әммә, минеңсә, социаль өлкәгә китеүе мөһимерәк.
Икенсенән, "Башнефть" компанияһының бүлексәләре бар. Мәҫәлән, "Башкирэнерго" йәмғиәте волейболды хәстәрләй, уға йыл да 400 миллион һум аҡса бүлә. Быйыл был спорт төрөнә "ИНТЕР РАО" йәмғиәте лә ярҙам итә башланы — 300 миллион һум бирҙе. 
Спортҡа булышлыҡ итеү маҡсатында "РусГидро" йәмғиәтенән дә 200 миллион һумлыҡ ярҙам алдыҡ. VI Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреүҙә "Газпром" ойошмаһы булышлыҡ итте. Ғөмүмән, ҙур компанияларҙан ярҙам күрмәйбеҙ тип әйтеп булмай. 
— Халыҡтың рухиәтен байытыуға ҙур өлөш индергән әҙәбиәтте телгә алмау мөмкин түгел. Әлеге көндә китап баҫтырыу мәсьәләһе айырыуса киҫкен тора. Әҙиптәр китаптарын биш йылға бер тапҡыр ғына сығарыу мөмкинлегенә эйә. Яңы ижад итә башлаған кеше нимә эшләргә белмәйенсә баҙап ҡала. Әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткәндә, башҡорт яҙыусыларын Рәсәй, хатта донъя кимәлендә белерҙәр ине. Был йәһәттән дә ынтылыштар аҡса юҡлыҡҡа килеп төртөлә. Китаптарҙың аҙ булыуы сәбәпле, балаларҙың үҙебеҙҙең яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы белмәй үҫеүе — үтә лә аяныслы күренеш...
— Был проблема менән танышмын. Йәш әҙиптәр араһында әҫәрен сығарам тип йөрөп-йөрөп, аҙаҡ, ирекһеҙҙән, ижадтан ваз кисергә мәжбүр булғандар хаҡында ла хәбәрҙармын. Ысынлап та, китап сығарыу, тәржемә эше өсөн грант булдырыу мөһим. "Башҡортостан" гәзитенең башланғысын хуплайым, был йәһәттән ярҙам итергә әҙермен. Халыҡҡа хеҙмәт иткән, рух өләшкән әҙиптәребеҙгә илһамланып ижад итеү мөмкинлеген булдырырға бурыслыбыҙ. 
— Рөстәм Зәки улы, әңгәмә һуңында үҙебеҙҙең тармаҡтағы ҡатмарлы хәл тураһында ла әйтеп үтке килә. Бөгөн милли баҫмалар бик ауыр мәл кисерә: сығымдарҙы 20 процентҡа ҡыҫҡартырға мәжбүрбеҙ. Беҙҙеңсә, республикала милли матбуғатҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү программаһын эшләү һәм ғәмәлгә ашырыу — өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ошо йәһәттән Һеҙҙең ярҙамға өмөт итә алабыҙмы?
— Әлбиттә. Үҙ төбәгебеҙҙәге милли баҫмаларға ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Был йәһәттән сараларҙы көсәйтә алабыҙ. Хатта бюджетҡа ҡарамаған ресурстарҙы ла файҙаланырға мөмкин. Был эште райондарҙа ла ойошторасаҡбыҙ. Ярҙам үҙ ваҡытында һәм етерлек күләмдә булырға тейеш. Ғөмүмән, матбуғат баҫмаларын ярым-ярлы, һүнеп барған хәлдә тоторға ярамай. Милли мәҙәниәт, тарих беҙҙең быуында тамамланырға түгел, ә даими үҫергә, юғары үрҙәргә ынтылырға тейеш. 
— Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рөстәм Зәки улы. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter