Обычный вид

Интервьюлар

22.03.2011 09:00:00

Рөстәм Хәмитов Arab News баҫмаһына интервью бирҙе

ДЖИДДА. Башҡортостан Республикаһы Президенты республикала Сауд Ғәрәбстаны бизнесмендары өсөн инвестиция мөмкинлектәре күп, тип белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов Джиддалағы Иҡтисади форумда баҫмаға урындағы бизнесмендар менән республика аграр секторына инвестиция һалыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләшеүе тураһында әйтте. Әммә был һөйләшеүҙәрҙең ниндәй стадияла булыуына асыҡлыҡ индермәне. Яҡын Көнсығышты нефть һәм газ сығарыу, эшкәртеү заводтары менән билдәлелек яулаған Башҡортостан менән таныштырыу – Короллеккә сәфәренең төп маҡсаты булыуы хаҡында ла өҫтәне ул.

“Сауд Ғәрәбстанына мине Ислам конференцияһы ойошмаһының генераль секретары Экмеледдин Ихсаноглу саҡырҙы. Әммә, Джиддала Иҡтисади форум үтәсәге хаҡында белгәс, сәфәрҙе ошо сара менән берләштерергә ҡарар иттек, – тине ул. – Сәфәребеҙ уңышлы бара, һәм беҙ, Сауд Ғәрәбстаны инвесторҙары Башҡортостанға килер, тип ышанабыҙ”.

Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, республика нефть эшкәртеү һәм химия етештереүе өлкәһендә Рәсәйҙә алдынғы төбәк булыуға һәм, ауыл хужалығы менән бер рәттән, ошо тармаҡтарҙа ла инвестиция мөмкинлектәренә эйә булыуға ҡарамаҫтан, ул тағы ла күберәк мөмкинлектәр тәҡдим итә ала. Беҙҙә һаулыҡты нығытыу туризмы, айырыуса шифаханаларыбыҙ йәһәтенән перспективалар ҙур, – тине Рөстәм Хәмитов. – “Башҡортостанда ер аҫты быуы сығанаҡтары бихисап. Улар артрит кеүек быуын ауырыуҙарын дауалағанда уңышлы файҙаланыла. Әммә был хаҡта күптәр белмәй, айырыуса Яҡын Көнсығышта, шуға күрә беҙ шифаханаларҙы күберәк төҙөргә ярҙам иткән инвесторҙар эҙләйбеҙ”.

Быуындары һыҙлауҙан яфаланған кешеләр бында дауаланғандан һуң ғәҙәттә ике-өс аҙна үтеүгә һауыға, тип өҫтәне ул. Рөстәм Хәмитов, Сауд Ғәрәбстаны халҡы өсөн Башҡортостанда туристик мөмкинлектәр ҙур, тип билдәләне.

“Башҡортостан халҡының 55 проценты – мосолмандар. Тимәк, беҙҙә мәҙәни алмашыу өсөн перспектива ҙур”, – тине Башҡортостан Президенты һәм Короллек менән республика араһында мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.

“Башҡортостан – гүзәл тәбиғәтле төбәк. Беҙҙә данлы кешеләр һәм 2000 йыллыҡ алтын һәм көмөш артефакттары булған һоҡланғыс музейҙар бар. Ислам беҙгә 1000 йыл элек килгән һәм беҙҙә шул осорҙағы археологик табылдыҡтар бихисап”.

Рөстәм Хәмитов үҙенең фамилияһының Хәмид тигән ғәрәп исеменән яһалғанлығын билдәләне. Атай-олатайҙарымдың береһе Хәмид мулла исемле имам булған, тип аңлатты ул. “Фамилиямдың ғәрәп тамырҙарына эйә булыуы менән бик ғорурланам”, – тине ул.

Башҡортостан Президенты сәфәре сиктәрендә өмрә (кесе хаж) ҡылыу мөмкинлеге уңайынан ифрат шат булыуы хаҡында хәбәр итте. Күҙалланыуынса, уның сәфәре дүшәмбе тамамланасаҡ.

Рөстәм Хәмитовтың Президент вазифаһындағы дүрт йыллыҡ вәкәләттәр срогы былтыр башланған.

Башҡортостан Волга йылғаһы менән Урал тауҙары араһында, Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Халҡы – 4 миллиондан ашыу кеше. Баш ҡалаһы – Өфө.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter