Обычный вид

Властарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге 

Властарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рәсәй Федерацияһы Президенты, Федерация Советы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, башҡа федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берләшмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә, шул иҫәптән халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр алып барғанда, Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы башҡарма власть органдарының Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡа органдары менән эшмәкәрлеген координациялай һәм Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарының федераль башҡарма власть органдары һәм уларҙың территориаль органдары, урындағы үҙидара органдары һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеүен ойоштора.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы закондар сығарыуға хоҡуҡлы. Башлыҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткәнзакондарға ҡул ҡуйыу йәки махсус акттар сығарыу юлы менән халыҡҡа еткерә йә уларҙы кире ҡаға.

Башлыҡтың дәүләт власы органдарының килешеп эшләүе һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлеге буйынса конституция вәкәләттәре парламент тарафынан һайланасаҡ айырым вазифаларҙы биләүгә кандидатуралар тәҡдим итеү менән бәйле.

Башлыҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе, рәйес урынбаҫары, судьялары, мировой судьялар һайлау өсөн кандидатуралар тәҡдим итә. Бынан тыш, Башлыҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға квалификация коллегияһында йәмәғәтселек вәкилдәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатуралар тәҡдим итә, уларҙың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында тәҡдимдәр индерә.

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге процесында Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән үҙ-ара килешеп эш итеүен тәьмин итеү, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы индергән хоҡуҡи-норматив акт проекттарын тәҡдим итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы башлығы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Башлығының тулы хоҡуҡлы һәм рәсми вәкилдәре тәғәйенләнә.