Обычный вид

Һорау – Яуап

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә граждандарҙың бер үк һорау менән бер нисә тапҡыр килгән мөрәжәғәттәре нисек ҡарала?
Әгәр гражданға уның элекке мөрәжәғәттәрендә бирелгән һорауҙар буйынса бер нисә тапҡыр (ике һәм унан күберәк) аңлатма бирелгән, һәм яңынан килгән мөрәжәғәттә ниндәйҙер яңы һорауҙар, дәлилдәр һәм сәбәптәр күрһәтелмәй икән, был мәсьәлә буйынса хатлашыу туҡтатыла. Мөрәжәғәт авторға кире ҡайтарыла.

Граждандарҙың Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте компетенцияһына инмәгән һорауҙар бирелгән мөрәжәғәттәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендә нисек ҡарала?
Граждандарҙың бындай мөрәжәғәттәре теркәлгәндән һуң 7 көн эсендә, мөрәжәғәт ебәргән гражданға мөрәжәғәтенең икенсе адресҡа йүнәлтелеүе тураһында иҫкәртеү ебәреп, компетентлы тейешле органға йәки тейешле вазифалағы кешегә йүнәлтелә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендә граждандарҙың таный алмаҫлыҡ итеп яҙылған йәки мөрәжәғәттең асылы сағылдырылмаған хаттары ҡараламы?
Тексын уҡып булмаған хатҡа яуап бирелмәй һәм ул башҡа дәүләт власы органдарына һәм вазифалы кешеләргә тикшереүгә йүнәлтелмәй, мөрәжәғәт ебәргән кешенең фамилияһы һәм почта адресы уҡырлыҡ булһа, был турала мөрәжәғәт теркәлгәндән һуң 7 көн эсендә уны ебәргән гражданға хәбәр ителә.
Бынан тыш, дәүләт органы, урындағы үҙидара органы йәки вазифалы кеше цензураһыҙ йәки кәмһетеүсе һүҙҙәр, вазифалы кешенең, шулай уҡ уның ғаилә ағзаларының ғүмеренә, сәләмәтлегенә һәм мөлкәтенә янау һүҙҙәре булған яҙма мөрәжәғәт алһа, унда бирелгән һорауҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырырға һәм мөрәжәғәт ебәргән кешегә хоҡуҡтар менән саманан тыш файҙаланыу тыйылғанлығы тураһында хәбәр итергә хоҡуҡлы.

БР Башлығы Хакимиәтендә граждандар ялыуы урынға барып тикшереләме?

Эйе. Кәрәк булғанда БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһе ҡушыуы буйынса яуаплы хеҙмәткәр граждан мөрәжәғәтен урынға барып тикшерә ала.

Мөрәжәғәт итеүсегә яуаптар һәм хәбәр итеү ниндәй формала еткерелә?
Ғариза биреүсегә яуап һәм хәбәр итеү, мөрәжәғәт формаһына ҡарап, яҙма формала йәки телдән, электрон почта һәм телефон аша бирелеүе ихтимал.

Ҡултамғаһыҙ мөрәжәғәттәр нисек ҡарала?

2006 йылдың 2 майындағы “Рәсәй Федерацияһы граждандары мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында” 59-ФЗ һанлы Федераль законының 7-се статьяһына ярашлы, граждан үҙенең мөрәжәғәтендә мотлаҡ рәүештә фамилияһын, исем-шәрифен, яуап һәм икенсе ергә адресланыуы хаҡында хәбәр йүнәлтеләсәк почта адресын күрһәтергә, шәхси имзаһын һәм датаны ҡуйырға тейеш.

Үрҙә күрһәтелгән закондың 11-се статьяһына, Башҡортостан Республикаһында граждандар мөрәжәғәттәре тураһында Башҡортостан Республикаһы Законының 6-сы статьяһына ярашлы, әгәр яҙма мөрәжәғәттә мөрәжәғәтте ебәргән граждандың фамилияһы һәм яуап йүнәлтеләсәк почта адресы күрһәтелмәһә, мөрәжәғәткә яуап бирелмәй.

Әгәр был мөрәжәғәттә хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлек әҙерләнеүе, әлеге мәлдә эшләнеүе йәки эшләнгән булыуы, шулай уҡ уны әҙерләүсе, эшләүсе йәки эшләгән кеше тураһында мәғлүмәт бирелһә, мөрәжәғәт тейешле компетентлы дәүләт органына йүнәлтелергә тейеш.

Мөрәжәғәттә күрәләтә ялған мәғлүмәт биргән өсөн яуаплылыҡ ҡаралғанмы?
2006 йылдың 2 майындағы «Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында»ғы 59-ФЗ һанлы Федераль законының 16-сы статьяһына, Башҡортостан Республикаһында граждандар мөрәжәғәттәре тураһындағы Башҡортостан Республикаһы Законының 6-сы статьяһына ярашлы, граждан мөрәжәғәттә белә тороп ялған мәғлүмәт биргән осраҡта, дәүләт органы, урындағы үҙидара органы йәки вазифалы кешенең мөрәжәғәтте ҡарау менән бәйле күтәргән сығымдары суд ҡарары буйынса ошо граждандан түләтелеүе ихтимал.
Мөрәжәғәткә яуап алмағанда йәки бирелгән яуап менән риза булмаған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Билдәләнгән ваҡытта мөрәжәғәткә яуап алмаған осраҡта белдереү ҡағыҙында күрһәтелгән башҡарыусыға йәки БР Башлығы Хакимиәтенең граждандар менән эшләү буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Граждан дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының мөрәжәғәтте тикшереү менән бәйле эшмәкәрлегенә һәм уны тикшереү һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән ҡарарға Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән ҡаралған тәртиптә судҡа ялыу бирергә хоҡуҡлы.

Граждан дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының мөрәжәғәтте тикшереү менән бәйле эшмәкәрлегенә һәм уны тикшереү һөҙөмтәһендә ҡабул ителгән ҡарарға Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән ҡаралған тәртиптә судҡа ялыу бирергә хоҡуҡлы.