Обычный вид

Норматив-хоҡуҡи база 

 

Граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләүҙең норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәре


Рәсәй Федерацияһы гражданының Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы менән бирелгән дәүләт органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәт итеүгә хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу менән бәйле хоҡуҡ мөнәсәбәттәре 2006 йылдың 2 майындағы 59-ФЗ “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль Закон менән көйләнә. Закон менән шулай уҡ граждандарҙың мөрәжәғәттәрен дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләр тарафынан ҡарау тәртибе лә билдәләнә.

Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарауҙың был Федераль закон менән билдәләнгән тәртибе, федераль конституцион закондар һәм башҡа төрлө закондар менән билдәләнгән тәртиптә ҡаралырға тейешле мөрәжәғәттәрҙән тыш, граждандарҙың башҡа бөтә мөрәжәғәттәренә лә ҡағыла.

2006 йылдың 12 декабрендәге “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы 391-з һанлы Башҡортостан Республикаһы Законы Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәткә хоҡуҡтарын яҡлауҙың дәүләт гарантияларын тәьмин итеүгә, Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдарының, урындағы үҙидара органдарының, вазифалы кешеләрҙең уны күҙәтеүенә йүнәлтелгән һәм граждандарҙың “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль закон менән билдәләнгән гарантияларҙы тулыландырыусы мөрәжәғәттәргә гарантияларҙы билдәләй.

Федеральный закон от 2 мая 2006 года N 59-ФЗ "О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации"

 

Закон Республики Башкортостан от 12 декабря 2006 года № 391-з "Об обращениях граждан в Республике Башкортостан"

 

"Порядок приема обращений граждан" (извлечение из Инструкции по организации рассмотрения обращений граждан в Администрации Президента Республики Башкортостан)