Обычный вид

Кадрҙар эше 

Рәсәйҙең 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы йәмғиәтебеҙҙең иҡтисади һәм социаль структураһын нигеҙенән үҙгәртеүҙе, инновацион үҫеш юлына күсеүҙе күҙаллай, был дәүләт идаралығына бөтөнләй яңы талаптар ҡуя. Был өлкәләге модернизация асыҡ, конкуренцияға һәләтле, абруйлы һәм һөҙөмтәлелеккә йүнәлеш тотҡан дәүләт граждандар хеҙмәтен ойоштороуҙы, заманса мәғлүмәт технологиялары ярҙамында граждандарға дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү һәм дәүләт органдары эшмәкәрлегендә компьютер технологияларын киң файҙаланыу кеүек дәүләт идаралығының иновацион технологияларын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Дәүләт хеҙмәтенең юғары квалификациялы кадрҙар составын ойоштормайынса тороп, дәүләт идаралығы һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү, инновацион иҡтисадты һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса бурыстарҙы хәл итеп булмай. Ә бының өсөн дәүләт хеҙмәтенә ижтимағи тормоштоң төрлө өлкәләренән фекерле һәм маҡсатҡа ынтылышлы профессионалдар килеүе мөһим