Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

07.09.2017 18:55:00

Шишмә районына эш сәфәре

7 сентябрҙә Шишмә районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль объекттарҙы, агросәнәғәт комплексы предприятиеларын ҡараны һәм шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу барышы менән танышты.

***

Шөңгәккүл ауылында Рөстәм Хәмитов Шишмә май экстракцияһы заводы («Сигма» холдингына ҡарай) эшмәкәрлеге менән танышты. Бында предприятие көнбағышты ҡабул итә һәм һаҡлай, артабан эшкәртеүгә оҙата. Завод директоры Айҙар Яҡупов әйтеүенсә, йыл дауамында Шөңгәккүл базаһы аша 120-150  мең тонна көнбағыш үтә. Заводҡа сеймал Башҡортостан хужалыҡтарынан ғына түгел, ә Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән дә килә. Көн һайын ойошма 1000 тонна көнбағыш эшкәртә һәм көнбағыш майы етештерә.

База биләмәһендә заманса талаптарға яуап биргән ҡеүәтле элеватор төҙөлгән. Бында яҡынса 800 млн һум инвестиция йәлеп ителгән. Элеватор комплексы өс иген киптергес менән йыһазландырылған. Уларҙың һәр береһе сәғәтенә 100 тонна сеймал етештерә ала. Элеваторҙа юғары технологиялар ҡулланыу сәбәпле сменаһына өс кеше генә эшләй.

Әлеге ваҡытта былтырғы игенде эшкәртеү тамамланыу юлында, элеваторҙар һәм киптергестәр яңы уңышты ҡабул итеүгә әҙерләнә. Быйыл көн торошоноң тотороҡһоҙ булыу сәбәпле көнбағыш сентябрҙең өсөнсө декадаһында өлгөрөр, тип күҙаллана.

Республика Башлығы завод етәкселеге менән предприятиеның үҫеш мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты. Айҙар Яҡупов хәбәр итеүенсә, Шишмә май экстракцияһы заводын комплексы төҙөкләндереү тамамланған. Уның өсөн 4 млрд һум инвестиция йәлеп  ителгән. Әле үҫемлек майын үлсәп төрөү цехын төҙөүгә әҙерлек эштәре алып барыла. Был үҙ сиратында, заводта тулы кимәлдәге етештереүҙе булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай итеп, тиҙҙән республикала тәүлегенә 400 мең литр һауыт үҫемлек майын үлсәп төрә алған цех барлыҡҡа киләсәк. Яңы объектта өҫтәмә 60 эш урыны булдырыласаҡ.

– Йыш ҡына завод янынан үтәм. Хәҙер барыһы ла яңыса, заманса, ҡыҙыҡлы, - тине Рөстәм Хәмитов. – Уңыштар теләйем һәм яңы игенде ваҡытында эшкәртеп ҡалығыҙ.

***

«Агро-Альянс» асыҡ акционерҙар ойошмаһы баҫыуҙарында республика Башлығы был аҙнала башланған  шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу барышы менән танышты. Хужалыҡ директоры Руслан Хәмитов белдереүенсә, яҡшы уңыш көтөлә.  Быйыл шәкәр сөгөлдөрө 1 400 гектар майҙанда ултыртылған. Хужалыҡта 500 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алырға ниәтләйҙәр. Бөгөн гектар ҡеүәте – 350-400 центнер. Яҡын арала йыйылған уңышты Раевка шәкәр сөгөлдөрө заводына алып барыу ойоштороласаҡ.

Шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыуға Holmer Т-2 һәм Franz Kleine RL 350 V комбайындары йәлеп ителгән. Быйыл хужалыҡ тәүлегенә 30 гектар майҙанда уңын йыя алған  ROPA euro-Tiger V8-4 комбайны һатып алған. Ул тамырҙарҙы сифатлы һәм таҙа килеш ҡаҙып алырға мөмкинлек бирә. Рөстәм Хәмитов яңы техниканың мөмкинлектәрен баһаланы һәм уңыш ҡеүәтен арттырыу һәм етештереүҙе киңәйтеү мәсьәләләре буйынса аралашты.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, әле республика 2,5 млн тонна иген һуғылған, гектар ҡеүәте – 22,5 центнер. Урып-йыйыу эштәре 2/3 сәселгән майҙанда тамамланған. Ҡышҡы культураларҙы сәсеү дауам итә. Бөгөн ул 325 мең гектарҙа ултыртылған. План буйынса 650-700  мең гектар.

***

Шишмә район үҙәгендә төбәк Башлығы 2017 йылдың ғинуарында асылған  яңы поликлиниканы ҡараны. Алты ҡатлы бинала хәҙер өлкәндәр һәм балалар бүлектәре эшләй. Бер сменала табиптар 600-гә тиклем кеше ҡабул итә ала.

Поликлиниканы төҙөү 2012 йылда башланды. Уның өсөн республика ҡаҙнаһынан 270 млн һум бүленгән. Шулай уҡ заманса медицина ҡорамалдарын һатып алыуға 100 млн һум йүнәлтелгән. Пациенттарҙың уңайлығы өсөн медицина учреждениеһында лифттар һәм пандустар ҡуйылған.

Рөстәм Хәмитов флюорография, эндоскопия, рентген бүлмәләрен ҡараны һәм медицина хеҙмәткәрҙәре, пациенттар менән аралашты,  поликлиника етәкселеге менән йәштәрҙе йәлеп итеү, табиптарҙың тәжрибәһен күтәреү буйынса фекер алышты.

– Барыһы ла үҙ урынында, таҙа. Халыҡ ҡәнәғәт булғас, мин дә ҡушылам, - тип йомғаҡланы республика Башлығы.

Facebook Twitter Livejournal ВКонтакт