Обычный вид

Эш сәфәрҙәре

03.09.2017 15:02:00

Саҡмағош районына эш сәфәре

3 сентябрҙә Саҡмағош районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуҙарын ҡараны һәм урып йыйыу кампанияһы барышы менән танышты.

Быйыл ауыл хужалығы кооперативында һөрөнтө ер өсөн 24,8 мең гектар бүленгән. Сәсеү майҙандары структураһында бөртөклөләр 14,9 мең гектарҙы биләй, көнбағыш – 2 мең гектар, шәкәр сөгөлдөрө – 1 мең гектар, мал аҙығы – 5,4 мең гектар.

«Базы» хужалығы рәйесе Вадим Соколов әйтеүенсә, бөгөнгә 6,4 мең гектар иген йыйып алынған (дөйөм майҙандың 43 проценты), 32,7 мең тонна ашлыҡ һуғылған. Ғәҙәттәгесә, предприятиела бөртөклөләрҙең уңышы юғары. Мәҫәлән, быйыл ул гектарынан 51,1 центнер тәшкил итә, шул иҫәптән, ужым арышы – 44,8  центнер, ужым бойҙайы – 56 центнер, яҙғы арпа – 51,2 центнер, һоло – 62, 3 центнер, борсаҡ – 33,6 центнер.

Вадим Соколов билдәләүенсә, ужым бойҙайының  «Скипетр» сорты рекордлы уңыш бирә, ул хужалыҡ баҫыуҙарында тәүге тапҡыр ике йыл элек сәселгән. Уның уңышы гектарынан 75-80 центнер тәшкил итә. Бынан тыш, агропредприятие ужым игенен сәсә башлаған. Әле ул 4,2 мең гектар майҙанда ултыртылған.

– Беҙ ужым культуралары: арыш, бойҙай һәм тритикале майҙандарын арттырыу йәһәтенән эште дауам итеүҙе һорайбыҙ. Ужым культураларын культивациялау күҙлегенән республиканың бөтә ҡеүәтен файҙаланмайбыҙ әле, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә хужалыҡтар төрлө. Эшләргә белмәү һәм теләмәү менән бәйле асыҡтан-асыҡ ҡаршы тороуҙар бар. Һөҙөмтәлә йылдан-йыл ошо хужалыҡтар кәм тигәндә гектарынан 15-20 центнер уңыш алып тыныслана. Ләкин беҙ тынысланмайбыҙ. Барыбер яңыса эшләргә мәжбүр итәсәкбеҙ. Сөнки яҡшы уңыш алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.

«Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативында 25 мең тонна ашлыҡты һаҡлау өсөн иген ҡабул итеү пункты, бригадаларҙа 75 мең тонна һыйҙырышлы складтар, 15 мең тоннаға иҫәпләнгән силос соҡорҙары бар. Һуңғы өс йылда етештереүсәнлеге сәғәтенә 150 тонна булған өс ашлыҡ киптергес төҙөлгән.

Быйыл предприятие ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү планын арттырып үтәгән.

Республика башлығы әйтеүенсә, бөгөнгә республикала 2,3 миллион тонна ашлыҡ һуғылған. Күпселек хужалыҡтар игенде – сентябрҙә, төньяҡ-көнсығышта - октябрҙә йыйып аласаҡ.

– 3,5 миллион тонна иген һала алырбыҙ тип ышанам. Әйткәндәй, уңыш яҡшы ғына, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республика буйынса гектарынан уртаса уңыш 23 центнер самаһы тәшкил итә. Был – ысын һандар, улар күктән алынмаған, уйлап сығарылмаған. Баҫыуҙарҙағы ошо уңышты йыйып алырға кәрәк. Быйылғы йыл яҡшы һәм имен булыр тип уйлайым, бары тик тырышып эшләргә кәрәк.

Facebook Twitter Livejournal ВКонтакт