Обычный вид

Яңылыҡтар

14.09.2017 15:05:00

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһында Указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 68-се статьяһына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 54-се статьяһын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡул ҡуйылды. Башҡортостан Конституцияһы үҙ биләмәһендә йәшәгән халыҡтарға туған телен һаҡлап ҡалыуҙы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар булдырыуҙы, башҡорт телен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген тәьмин итеүҙе, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдимдәрен ҡарау йомғаҡтары буйынса ошо өлкәлә методик һәм кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү өсөн шарттарҙы камиллаштырыуҙы гарантиялай.

Указға ярашлы,  Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республика Башлығы гранттары булдырылды.

 Документта шулай уҡ Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса фонд булдырыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуы билдәләнгән.

Башҡортостан Хөкүмәтенә 2018 йылдың 1 февраленә тиклем «Башҡорт теле», «Рус теле» һәм «Туған телдәр» программалары менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса дәүләт программаһын әҙерләргә һәм раҫларға, шулай уҡ Указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә күрһәтмә бирелде.

Республиканың Йәмәғәт палатаһына Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә тел сәйәсәте өлкәһендә федераль һәм республика ҡануниәтен ғәмәлгә ашырыуҙы йәмәғәт күҙәтеүенә алырға тәҡдим ителде.

Facebook Twitter Livejournal ВКонтакт