Обычный вид

Яңылыҡтар

13.09.2017 15:14:00

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе

13 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда туризмды үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде һәм төбәк дәүләт мөлкәтен приватизациялау планы раҫланды.

– ШОС һәм БРИКС илдәре саммитынан, ҙур халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге форумдарҙан, төҙөкләндереү, транспорт, ҡунаҡхана, сервис инфраструктураһын үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарғандан һуң беҙҙең туризм тармағына икенсе мөмкинлектәр асылды, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Туризм өлкәһендә төп күрһәткестәр буйынса республика Волга буйы федераль округында алдынғылар һәм илдә иң яҡшы унау иҫәбенә инде. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса «Отдых в России» абруйлы тармаҡ баҫмаһы рейтингында республика 20-се урындан (2015 йыл) 12-се баҫҡысҡа (2016 йыл) күтәрелде. «Турстат» агентлығы Башҡортостанды эске туризмдың үҫеш темптары буйынса Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә индерҙе.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, былтыр туризм өлкәһендә хеҙмәттәр күләме 14 процентҡа артып, 17 миллиард һумдан ашҡан. Туристар ағымы 2 миллион кешегә еткән. Һалым күләме 11 процентҡа артҡан һәм 769 миллион һум тәшкил иткән. Шуның менән бергә, республика Башлығы фекеренсә, туризмдың үҫеш темптары юғарыраҡ та булырға мөмкин, сөнки Башҡортостанда йыл дауамында күңел асыу, спорт туризмының бөтә төрҙәре өсөн мөмкинлектәр бар.

***

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов 2023 йылға тиклем республикала туризмды үҫтереү буйынса дәүләт программаһын тәҡдим итте. Уның маҡсаты – тейешле инфраструктураның, эске һәм тышҡы туристик ағымдың үҫешен тәьмин иткән заманса конкурентлыҡҡа һәләтле туристик-рекреацион комплекс булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.

Программа барышында туристик индустрияны кластер принцибына күсереү ҡаралған. «Бөрйән», «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» һәм «Асылыкүл курорт-паркы» кластерҙарын булдырыу тәжрибәһе  башҡа муниципаль берәмектәргә тәҡдим ителәсәк. «Социаль туризм» ярҙамсы программаһы пенсионерҙар, инвалидтар, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә туристик хеҙмәттәр менән ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк.

Республика башлығы оҙайлы туристик проекттарға аҡса һалырға әҙер инвесторҙар өсөн өҫтәмә дәртләндереү сараларын уйлап табырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм тейешле тәҡдимдәр әҙерләргә күрһәтмә бирҙе.

Вячеслав Ғиләжетдинов әйтеүенсә, 2023 йылға туризм өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү күләме 26 млрд һумға етәсәк. 2017 йыл менән сағыштырғанда был һан 59 процентҡа күтәреләсәк тип фаразлана.  Республикаға килеүсе туристар һаны 950 меңдән 1,5 млн кешегә тиклем етәсәк.

Ултырышта шулай уҡ 2018-2020 йылдарға республиканың дәүләт мөлкәтен приватизациялау буйынса программа раҫланды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев әйтеүенсә, һуңғы дүрт йылда дәүләт унитар предприятиелар һаны дүрт тапҡырға – 165-тән 40 берәмеккә тиклем, республика ҡатнашлығында хужалыҡ йәмғиәте һаны – 84-тән 44-кә тиклем ҡыҫҡартылды.

Дәүләт мөлкәтен һатыу һөҙөмтәһендә бюджет 600 млн һум менән тулыланасаҡ. 

Facebook Twitter Livejournal ВКонтакт