Обычный вид

Яңылыҡтар  

16.09.2017 10:49:00
Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп Олег Матыцин тәғәйенләнде
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын  башҡарыусы итеп Олег Матыцин тәғәйенләнде. 
15.09.2017 17:10:00
Артур Шайнуров Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Артур Шайнуровтың икенсе эшкә күсеү сәбәпле Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
15.09.2017 16:19:00
Рөстәм Хәмитов «Роснефть» компанияһының вице-президенты Геннадий Букаевты «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне
15 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Роснефть» асыҡ акционерҙар компанияһының вице-президенты – Эске аудит хеҙмәте етәксеһе Геннадий Букаев менән осрашты һәм уны 70 йәше менән ҡотланы.
14.09.2017 23:30:00
Өфөлә Владимир Спиваков фестивале башланды
14 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Өфөлә өсөнсө тапҡыр үткәрелгән Владимир Спиваков фестивален асыу тантанаһы уҙҙы. 
14.09.2017 18:27:00
Башҡортостандағы милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашыу
14 сентябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктәге милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашты.
14.09.2017 15:05:00
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһында Указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
13.09.2017 15:14:00
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе
13 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда туризмды үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде һәм төбәк дәүләт мөлкәтен приватизациялау планы раҫланды.
12.09.2017 23:39:00
VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашыу
12 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең театр сәнғәте эшмәкәрҙәре, VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары менән осрашты.
08.09.2017 13:00:00
Рөстәм Хәмитов VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2020 йылда Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
07.09.2017 18:55:00
Шишмә районына эш сәфәре
7 сентябрҙә Шишмә районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль объекттарҙы, агросәнәғәт комплексы предприятиеларын ҡараны һәм шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу барышы менән танышты.
06.09.2017 17:59:00
Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы
6 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.  
03.09.2017 15:02:00
Саҡмағош районына эш сәфәре
3 сентябрҙә Саҡмағош районына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуҙарын ҡараны һәм урып йыйыу кампанияһы барышы менән танышты.
01.09.2017 07:01:00
Ҡорбан байрамы менән ҡотлау
Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!Һеҙҙе исламдағы иң оло байрамдарҙың береһе — Ҡорбан ғәйете менән ихлас ҡотлайым!
30.08.2017 20:59:00
Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса Совет президиумы ултырышында ҡатнашты
30 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса Совет президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция форматында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
30.08.2017 18:00:00
Рөстәм Хәмитов республиканың газ һәм нефть тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы
30 августа Өфөлә «Башҡоростан» дәүләт концерт залында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективын һөнәри байрамдары – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. 
29.08.2017 15:08:00
Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тураһында Указға ҡул ҡуйылды
Ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тип үҙгәртелде.
29.08.2017 13:54:00
Рөстәм Хәмитов Өфөләге «Кузнецов затоны» биҫтәһенең төҙөлөш барышы менән танышты
29 августа Өфө буйлап эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Киров районында «Кузнецов затоны» биҫтәһенең төҙөлөш барышы менән танышты.
28.08.2017 17:44:00
Рөстәм Хәмитов мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерлеге буйынса селектор кәңәшмәлә ҡатнашты
28 августа Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерлеге буйынса селектор кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
26.08.2017 15:00:00
Рөстәм Хәмитов «Һөт иле» фестивалендә булды
26 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Конгресс-холл янындағы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда үткән «Һөт иле» VII Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашты.
25.08.2017 17:33:00
Бөрө һәм Мишкә райондарына эш сәфәре
25 августа Бөрө һәм Мишкә райондарына эш сәфәре ваҡытында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ураҡ эштәре барышы менән танышты һәм социаль, инфраструктур объекттарҙы ҡараны.
23.08.2017 17:08:00
 Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе
23 августа республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  ултырыштар залында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең 2017 йылдың тәүге ярты йыллығындағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналған республика Хөкүмәте ултырышын уҙғарҙы.
21.08.2017 19:20:00
Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләһенә арналған кәңәшмә уҙғарҙы
21 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыс мәсьәләһенә арналған эш кәңәшмәһен үткәрҙе. 
19.08.2017 18:55:00
Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларына һәм Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре
19 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларына һәм Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре ваҡытында сәнәғәт, социаль һәм инфраструктур объекттарында булды, ураҡ барышы менән танышты.
16.08.2017 21:24:00
Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова менән эшлекле осрашыу
16 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Любовь Ельцова менән осрашты.
16.08.2017 20:02:00
«Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы ағзалары менән эшлекле осрашыу
16 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филип МакКейб етәкселегендәге делегация менән осрашты. 
16.08.2017 15:39:00
Өфөлә «Иң яҡшы умартасы» Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсының федераль этабы үтә
16 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә уҙғарылған «Иң яҡшы умартасы» номинацияһында «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурсының федераль этабы барышында үткән сараларҙа ҡатнашты.
15.08.2017 22:15:00
Өфө компрессор заводына эш сәфәре
15 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов нефть һәм газ, химия сәнғәте, төҙөлөш тармағы өсөн юғары баҫымлы компрессия ҡорамалдарын етештереүсе Өфө компрессор заводы эшмәкәрлеге менән танышты. 
15.08.2017 16:01:00
Рөстәм Хәмитов Данил Лысенконы һәм уның тренерын еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында яуланған көмөш миҙал менән ҡотланы
15 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша әңгәмәлә бейеклеккә һикереү буйынса Рәсәй спортсыһы, Бөрө ҡалаһынан Данил Лысенконы Лондонда тамамланған еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында яулаған көмөш миҙалы менән ҡотланы.
12.08.2017 21:26:00
Рөстәм Хәмитов Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә сығыш яһаны
12 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең пленар ултырышында сығыш яһаны. 
11.08.2017 16:15:00
Рөстәм Хәмитов йәш ғаиләләргә беренсе бала тыуғанда бирелә торған социаль түләү буйынса тәүге сертификаттар тапшырҙы
11 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йәш ғаиләләргә тәүге бала тыуғанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында бирелгән социаль түләү буйынса сертификаттар тапшырҙы.