Обычный вид

Статус һәм вәкәләттәр 

 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһының башлығы һәм Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе булып тора, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә етәкселек итә.


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рәсәй Федерацияһы Президенты, Федерация Советы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, башҡа федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берләшмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә, шул иҫәптән халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр алып барғанда, Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының вәкәләтлек срогы – биш йыл.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының вәкәләттәре федераль закондар, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы закондары менән билдәләнә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы: кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын бойомға ашырыуҙы гарантиялай, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай, уның территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә;

- Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй; республика Хөкүмәтен ойоштора һәм уның эшмәкәрлегенә етәкселек итә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрын тәғәйенләй, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен отставкаға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итә;

- республика башҡарма власть органдары структураһын билдәләй, республика башҡарма власть органдары етәкселәрен, Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власы органдары ҡарамағындағы, шулай уҡ сит федератив дәүләттәр субъекттарында һәм сит дәүләттәрҙең административ-территориаль берәмектәрендә Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен тәғәйенләй һәм вазифаһынан бушата;

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға закон проекттары индерә, Башҡортостан Республикаһы закондарын халыҡҡа еткерә йә уларҙы кире ҡаға;

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш программаларын тәҡдим итә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡуйылған мәсьәләләр буйынса йыллыҡ отчеттар тапшыра;

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе, рәйес урынбаҫары, судьялары, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил, Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе, рәйес урынбаҫары һәм аудиторҙар, Башҡортостан Республикаһы квалификация коллегияһында йәмәғәтселек вәкилдәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатуралар, мировой судьялар һайлау өсөн кандидатуралар тәҡдим итә;

- үҙ вәкәләттәренә ярашлы Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләй;

- Башҡортостан Республикаһы исеменән договорҙарға һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуя;

- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтен ойоштора һәм Башҡортостан Республикаһының Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советын төҙөй;

- Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары менән бүләкләй һәм Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы һәм башҡа исемдәрен бирә;

- Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, федераль закондарға, Башҡортостан Республикаһы закондарына ярашлы бүтән вәкәләттәрҙе башҡара.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ваҡытлыса (ауырыу йәки отпускыла булыу сәбәпле) үҙ бурыстарын башҡара алмаған осраҡтарҙа уларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры тормошҡа ашыра.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырғандаРәсәй Федерацияһы Конституцияһына, федераль закондарға, ошо Конституцияға һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына таянырға, Рәсәй Федерацияһы Президенты указдарын һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарҙарын үтәргә тейеш.