Обычный вид

Ҡабул итеүгә килеү 

Хөрмәтле сайтҡа инеүселәр!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов исеменә һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә хат ебәрер алдынан түбәндәге мәғлүмәт менән иғтибарлы танышыуығыҙҙы һорайбыҙ.

1. Мөрәжәғәттәрҙе почта аша йәки электрон рәүештә ебәрергә мөмкин.

Хат ебәреү өсөн почта адресы:

450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46.

2. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә ебәрелгән мөрәжәғәттәр Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығына ҡарауға индерелә.

3. Мөрәжәғәтегеҙ 2006 йылдың 2 майындағы «Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында»ғы 59-сы Федераль законға ярашлы ҡараласаҡ.

4. Мөрәжәғәтте яҙғанда тексын асыҡ һәм дөрөҫ төҙөүегеҙҙе һорайбыҙ – был уны эшкәртеүҙе һәм яуап әҙерләүҙе тиҙләтәсәк.

5. Зинһар онотмағыҙ: граждандың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, шулай уҡ тулы почта адресы йәки электрон почта адресы күрһәтелмәгән мөрәжәғәттәр ҡаралмай. Уларҙың иғтибарға алыныуы мөмкин, тик яуап ҡайтарылмай.

6. Шуны хәтерҙә тотоуығыҙҙы үтенәбеҙ: оятһыҙ йә иһә хурлау һүҙҙәрен, вазифалы кешенең, уның ғаилә ағзаларының ғүмеренә, һаулығына һәм мөлкәтенә янау төшөнсәһен үҙ эсенә алған, тексын уҡып булмаҫлыҡ, аныҡ белдереүҙәр, ялыуҙар, тәҡдимдәр күрһәтелмәгән, Башҡортостан Республикаһы Башлығы йәки Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте исеменә ебәрелмәгән мөрәжәғәттәр ҡарауға ҡабул ителмәй.

7. Электрон мөрәжәғәтте ебәрер алдынан анкета формаһын дөрөҫ тултырыуығыҙҙы һорайбыҙ. Электрон мөрәжәғәттең күләме 2000 билдәнән артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ күләме 1 Мб тиклем тәшкил иткән txt, doc, docx, jpg форматындағы файлдарҙы теркәп ебәрә алаһығыҙ.

8. Сайттағы мөрәжәғәт формаһын дөрөҫ тултырып ебәргәндән һуң Һеҙ мөрәжәғәттә күрһәткән электрон почта адресына һылтанма менән хат киләсәк. Уның буйынса мөрәжәғәт ебәреүегеҙҙе раҫларға кәрәк. Шуға иғтибар итеүҙе һорайбыҙ: хаттағы һылтанманы ҡабул иткәндән һуң ғына мөрәжәғәт теркәлә. Был хатта шулай уҡ код һәм пароль күрһәтелә. Улар ярҙамында Һеҙ “Ебәрелгән мөрәжәғәттәрҙе күҙәтеү” киҫәгенә инеп, мөрәжәғәтегеҙҙе күҙәтә алаһығыҙ.

9. Мөрәжәғәтте теркәгәндән һуң Һеҙгә формала күрһәтелгән e-mail адресы буйынса электрон төрҙә мөрәжәғәттең ҡарауға ҡабул ителеүе тураһында белдереү ебәрелә.

10. Электрон төрҙә ебәрелгән мөрәжәғәт авторҙарының шәхси мәғлүмәттәре персональ мәғлүмәттәр тураһындағы федераль ҡануниәт талаптарын үтәп һаҡлана һәм эшкәртелә.

11. Суд ҡарарҙарына ялыу итеүгә ҡағылған мөрәжәғәттәрҙе ебәргәндә түбәндәгеләрҙе күҙ уңында тотоу шарт.

Суд ҡарарҙарын баһалау, ҡайтанан ҡарау, уларға ялыу итеү йәки протест белдереү Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте компетенцияһына инмәй. Суд власы органдары үҙ аллы һәм закондар сығарыу, башҡарма власҡа буйһонмайынса эш итә. Суд органдарының ҡарарҙарына закон менән билдәләнгән процессуаль тәртиптә ялыу бирелә. Ғәмәлдәге ҡануниәт суд эшен башҡарыуға ҡыҫылыуҙы тыя.

12. Дәүләт органдарына мөрәжәғәт итеү хоҡуғынан яуыз ниәттә файҙаланыуға юл ҡуйылмауға һәм ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең ошо өлкәһендә ҡануниәт менән билдәләнгән яуаплылыҡҡа иғтибарығыҙҙы йүнәлтәбеҙ. Граждан мөрәжәғәтендә күрәләтә ялған мәғлүмәт бирһә, дәүләт органы, урындағы үҙидара органы йәки вазифалы кеше тарафынан мөрәжәғәтте ҡарауға бәйле сығымдар суд ҡарары буйынса ошо граждан иҫәбенә ҡаплатыла ала (59-сы Федераль закондың 16-сы статьяһындағы 2-се пункт).

13. Башҡортостан Республикаһы Президентының 2013 йылдың 18 ғинуарындағы «Башҡортостан Республикаһы власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе» мәғлүмәт системаһы тураһында»ғы 5-се Указы менән Интернет селтәрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына граждандар мөрәжәғәттәренең берҙәм инеүен ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән «Башҡортостан Республикаһы власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе» сайты төҙөлдө.

Күрһәтелгән сайттан электрон төрҙә яҙылған мөрәжәғәтте ебәреү өсөн түбәндәге һылтанманы файҙаланығыҙ:

Граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса белешмәләр телефоны:

+7 (347) 280-81-06.