Обычный вид

Үҙем тураһында 

collaj.jpg

"... Шәхси һорауҙар күп. Бер тапҡыр яуап бирәм. Биографиям интернетта бирелгән. Һәйбәт уҡыуым тураһында ғына өҫтәп үтәм. Аттестатта бер генә дүртле, уныһы ла инглиз теленән. "Труд"та спорт менән шөғөлләндем, Өфөлә элек шундай стадион бар ине, спорт гимнастикаһы секцияһына йөрөнөм. Беренсе разряд нормативын теүәл үтәнем. Әле лә ҡулымда тора алам. Футбол һәм хоккей уйнай торғайным. Алыҫ 1971 йылда фанер сумаҙан һәм бер өйөм китап менән Мәскәүгә Мәскәү юғары техник училищеһына уҡырға инергә тип киттем. Конкурс бер урынға ун кеше ине, “осоу аппараттары двигателдәре" белгеслеге. Индем. Уҡытыусыларыма рәхмәт. Һәйбәт уҡыным, "икеле" алғаным булманы, әммә "өслөләр" булды. Факультет ансамблендә гитарала уйнаным. Һәйбәт килеп сыға торғайны, Мәскәүҙә беҙҙе белә инеләр. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң Өфөгә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә йүнәлтмә алдым. Йыйыу цехында мастер булып эшләнем. Двигателдәр автоматикаһын йыйҙыҡ. Эшселәр менән дуҫ инем, ҡайһы берәүҙәре менән әле лә бәйләнештәмен. Походтарға күп йөрөнөм - мәмерйәләр буйлап, тауҙарға, һал менән аҡтым. Өйләндем. Ҡатыным – Гөлшат. Функциональ диагностика табибы. 30 йыл бергәбеҙ. Улым һәм ҡыҙым ҙур инде, Мәскәүҙә йәшәйҙәр. Әлегә ейәндәребеҙ юҡ.

Сәйәсәткә 80-се йылдар аҙағында үҙгәртеп ҡороуҙар тулҡынында эләктем. Республиканың Юғары Советына һайландым. Бик күп идеялар тәҡдим иттем, әүҙем булдым. Күрҙеләр, күтәрҙеләр. Бер ҡасан да карьерист булманым, вазифалар һораманым, интригалар менән шөғөлләнмәнем, эшемде генә башҡарҙым. Эшкә һәр ваҡыт саҡырҙылар йәки йүнәлттеләр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, һалым хеҙмәте, һыу агентлығы менән шулай булды. Әле лә шулай килеп сыҡты.

Дәүләт хеҙмәтенән үткән йылда аңлы рәүештә киттем. Китеүем тураһында белдерҙем һәм шунда уҡ …РусГидроға эшкә барырға тәҡдим иттеләр! Беренсе командировкаға Саян-Шушенский ГЭС-ына юлландым. Иртән ҡунаҡхананан станцияға барырға әҙерләнеп йөрөгәндә оло авария тураһында хәбәр килде. Машина туҡтаттым да, водителдән ГЭС-ҡа алып барыуын талап иттем. Тәүге сәғәттәрҙән үк ҡотҡарыу эштәрендә булдым. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығындағы күп йыллыҡ эш тәжрибәм ярҙам итте. Әммә барыбер ауыр булды: ҙур емереклектәр, кешеләр һыу аҫтында, һәләк булғандарҙың һәм ҡазаға тарыусыларҙың туғандары. Станцияла бер ай булдым, йоҡоһоҙ һәм алһыҙ-ялһыҙ эшләнек.
Башҡортостанды бик яратам - кешеләрен, тәбиғәтте, тыуған яҡтарҙы. Бөтә республиканы беләм, бөтә ерендә булдым. Ябай кешеләр араһында дуҫтарым күп. Миңә улар менән рәхәтерәк. Байлыҡҡа ынтылмайым, байҙарға көнләшмәйем. Ҡатыным менән беҙҙең ихтыяждарыбыҙ ҙур түгел. Балаларым да шулай. Мәскәүҙә фатирыбыҙ бар, йорт төҙөй башланыҡ, Мәскәүҙә йәшәүе ауыр, шуға Мәскәү эргәһенә күсеү тураһында хыяллана инек.
Туғандар – барыһы ла ябай кешеләр: табиптар, уҡытыусылар, водителдәр, эшселәр. Башҡортостанда, Мәскәүҙә, Екатеринбургта, республика райондарында эшләйҙәр. Башҡалар кеүек, уларҙың да тормошо ябай. Яңы хәл-ваҡиғалар уларҙы ҡыуандырыу урынына күберәк хәүефләндергәндер. Был аңлашыла ла.
Бөттө, тамамлайым, Нуриман районында урман яныуы тураһында хәбәр килде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм район етәкселеге докладтарын тыңларға киттем. Хушығыҙ..."